АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
9 Ноябрь 2018, 14:20

Хөкүмәт ғәйеплеме?

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһы мәктәбенә быйыл беренсе класҡа 37 бала килгән. Балалар күп булһа ла уларҙы бүлеп тормай бер класҡа туплағандар.Бала уҡытыуы—уйын эш түгел. Бигерәк тә—беренсе класта. Араһында ҡәләм тота белмәгәндәре лә була. Ҡыҫҡа ғына дәрес эсендә һәр береһенең янына барып, йылы һүҙ ҡушып, күрһәтеп, өйрәтеп өлгөрөргә кәрәк. 35 минутта 37 балаға иғтибар биреп өлгөрөп буламы? Әлбиттә юҡ!

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһы мәктәбенә быйыл беренсе класҡа 37 бала килгән. Балалар күп булһа ла уларҙы бүлеп тормай бер класҡа туплағандар.
Бала уҡытыуы—уйын эш түгел. Бигерәк тә—беренсе класта. Араһында ҡәләм тота белмәгәндәре лә була. Ҡыҫҡа ғына дәрес эсендә һәр береһенең янына барып, йылы һүҙ ҡушып, күрһәтеп, өйрәтеп өлгөрөргә кәрәк. 35 минутта 37 балаға иғтибар биреп өлгөрөп буламы? Әлбиттә юҡ!
Шуны иҫәпкә алыпмы, әллә ата-әсәләрҙең һорауын ҡәнәғәтләндерер өсөнмө, икенсе сиректән балаларҙы ике класҡа бүлергә ҡарар итәләр. Мөмкинлектән файҙаланып береһен башҡорт класы итеп ойоштороу зарурлығын да әйтәләр. Сөнки икенсе сиреккә киләсәк 36 баланың (уҡыу барышында бер бала мәктәптән киткән) икәүһе генә урыҫ, икәүһе—ҡатнаш милләтле ғаиләнән, ҡалғандары—башҡорттар. Көҙгө каникул осоронда үткән дөйөм йыйылышта ла күтәрелә был мәсьәлә. Тик бер әсә генә балаһын башҡорт класына бирергә ризалыҡ бирә, ҡалғандары ҡырҡа баш тарта. Хатта ҡала мәктәптәренең береһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан бер уҡытыусы ла. «Үҙең башҡорт теленән уҡытып йөрөйһең, ниңә улай итәһең?—тигән һорауға ул: «Минең балам башҡортса һөйләшмәй»—тип яуап бирә.
Шулай итеп, ата-әсәләрҙең хыянатсыл битарафлығы арҡаһында быйыл 32 башҡорт балаһы үҙ туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм ҡалды. Уларҙың береһе лә үҙ ғүмерендә туған телендә уҡый-яҙа белмәйәсәк. Йә башҡорт, йә урыҫ була алмай аптыранып ғүмер итәсәк.
Бына шундай башҡорттарбыҙ инде беҙ...
Читайте нас: