Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
29 Октябрь 2018, 12:58

Ҡалдыҡтарға яңыса ҡараш

2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы ғәмәлгә инәРәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы алымына күсеү — бөгөн был өлкәгә ҡағылышлы иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. 1998 йылдың 24 июнендә ҡабул ителгән «Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында» 89-сы Федераль закон тулы ҡеүәтенә 2019 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлаясаҡ.Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйыл 7 майҙа ҡул ҡуйған «2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең стратегик бурыстары һәм милли маҡсаттары тураһында» Указына ярашлы, ил күләмендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу төбәктәр алдына ҡуйылған төп стратегик бурыстарҙың береһе һанала. Республикабыҙ яңы системаға күсергә әҙерме? Халыҡ был яңылыҡты нисек ҡабул итер? «Төбәк операторы» институты эшмәкәрлеген яйға һалыу ниндәй һөҙөмтәләр бирер? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыевҡа мөрәжәғәт иттек.

2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы ғәмәлгә инә
Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы алымына күсеү — бөгөн был өлкәгә ҡағылышлы иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.
1998 йылдың 24 июнендә ҡабул ителгән «Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында» 89-сы Федераль закон тулы ҡеүәтенә 2019 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлаясаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйыл 7 майҙа ҡул ҡуйған «2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең стратегик бурыстары һәм милли маҡсаттары тураһында» Указына ярашлы, ил күләмендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу төбәктәр алдына ҡуйылған төп стратегик бурыстарҙың береһе һанала. Республикабыҙ яңы системаға күсергә әҙерме? Халыҡ был яңылыҡты нисек ҡабул итер? «Төбәк операторы» институты эшмәкәрлеген яйға һалыу ниндәй һөҙөмтәләр бирер? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыевҡа мөрәжәғәт иттек.
— Илдар Рим улы, беҙ ҡаты көнкүреш системаһы менән эш итеү, уларҙы йыйыу һәм утилләштереү системаһын тулыһынса үҙгәртәсәк яңы реформа алдында торабыҙ. Республика бындай яңылыҡтарға әҙерме?
— Реформаға ихтыяж күптән бар. Беҙ әлеге ваҡытта полигондарҙа ҡалдыҡтарҙы ергә күмеү алымын ҡулланабыҙ, әммә ул сүп-сарға һәм ҡыйлыҡтарға ҡағылышлы проблеманы хәл итмәй. Полигондар етмәй, улар тулғандан-тула бара. Муниципалитеттар бюджетында был проблеманы тулыһынса хәл итерлек аҡса бер ҡасан да булманы, был мәсьәлә нигеҙҙә республика бюджеты иҫәбенән хәл ителде.
Бөтә донъяла ҡалдыҡ эшкәртеү — табыш килтереүсе бизнес. Беҙҙең бурыс — ҡабул ителгән федераль закондар нигеҙендә төбәгебеҙҙә шуға өлгәшеүгә шарттар булдырыу. Уны хәл итеү өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙе айырым тармаҡҡа әйләндереү зарур. Ҡалдыҡтарҙың яҡынса 50 процентын файҙалы компоненттар тәшкил итә. Бына шуларҙан халыҡ хужалығы өсөн кәрәкле тауарҙар етештерергә мөмкин.
Шуны белеү зарур: әле бөгөн үк закон ҡайһы бер ҡалдыҡтарҙы ергә күмеүҙе тыя. 2017 йылда төҫлө һәм ҡара металл һыныҡтарын, хәүефле ҡалдыҡтарҙы күмеү тыйылғайны, быйыл был исемлеккә ҡағыҙ, ПЭТ (термопластик), полиэтилен һәм башҡалар өҫтәлде. Әле уларҙы йыйыу системаһы яйға һалына ғына, киләһе йылдан ул тулыһынса эшләй башларға тейеш.
Республикала туғыҙ полигон, 26 сүп-сар сортировкалау комплексы, 48 сүп-сар тейәп оҙатыу пункты һәм өс экотехнопарк төҙөү планға алынған. Завод төҙөү үҙен аҡламаған райондарҙа башлыса сүп-сар тейәп оҙатыу пункттары булдырыласаҡ. Артабан был ҡалдыҡтар сортировкалау комплекстарына йәки экотехнопарктарға оҙатыласаҡ. Һуңғыларында икенсел сеймалды — ҡағыҙ, быяла, полиэтилен һәм башҡаларҙы эшкәртеүгә махсуслашҡан предприятиелар урынлашасаҡ. Был бурыстар Рәсәй Федерацияһында етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын эшкәртеү, утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу сәнәғәте үҫеше стратегияһында билдәләнгән. Рәсәй буйынса 70-тән ашыу экотехнопарк төҙөү күҙаллана. Әлеге ваҡытта дәүләт полигондар булдырыуҙы түгел, ә тап шундай заманса комплекстар төҙөүҙе хуплай. Киләсәктә полигондар ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙан, сортировкалауҙан ҡалған сүп-сарҙы ергә күмеү өсөн генә кәрәк буласаҡ, йәғни уларҙа артабан файҙаланыу мөмкин булмаған ҡалдыҡтар ғына күмеләсәк. Был эш өсөн тәғәйен ҡыйлыҡтар бик оҙаҡ хеҙмәт итергә тейеш. Белеүебеҙсә, бөгөн барлыҡ эреле-ваҡлы көнкүреш ҡалдыҡтары туп-тура полигондарға сығарыла. Яҙғы өмәләр мәлендә йыйылған сүп-сар ҙа шунда түгелә. Һөҙөмтәлә, полигондар ике-өс тапҡыр тиҙерәк тула. Республика буйынса 2500-гә яҡын законһыҙ ҡыйлыҡтың барлыҡҡа килеүе лә ошоноң менән аңлатыла. Әле Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы барлыҡ сүп-сар түгеү урындарын иҫәпкә алыу менән мәшғүл. Киләсәктә законһыҙ ҡыйлыҡтар юҡ ителергә тейеш. Беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән ер-һыуыбыҙҙы, һауабыҙҙы ағыулайбыҙ. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү системаһын ғәмәлгә индереп, үҙебеҙ һәм киләсәк быуындарыбыҙ өсөн уңайлы мөхит булдырасаҡбыҙ.
— Республиканы зоналарға бүлеп, конкурс нигеҙендә төбәк операторҙары һайланылар. Сүп-сар йыйыуға ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар өсөн улар яуап бирәсәкме?
— Биләмәнең схемаһына ярашлы, республикабыҙ дүрт төбәк операторы эшмәкәрлеге зонаһына бүленгән, уларҙан тыш Межгорье ҡалаһы айырым зонаны тәшкил итә. Төбәк операторҙары подрядсы сифатында килешеүҙәр төҙөйәсәк, муниципалитеттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәк. Дөйөмләштереп әйткәндә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүгә ҡағылышлы барлыҡ процесты улар көйләйәсәк. Төбәк операторының бурысы — барыһын да килешеү нигеҙендә эшләүгә йәлеп итеү. Эшҡыуарҙар сүп-сар айырыу комплекстары төҙөнө. Бөгөн республикала 49 полигон бар, уларҙың 36-һы ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү объекттарының дәүләт реестрына ингән.
Икенсел сеймалды йыйыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарға һәр йәһәттән ярҙам итергә кәрәк. Сүп-сарҙы айырым йыйыуға иҡтисади ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килеү һәм халыҡ икенсел сеймал ҡабул итеү пункттарына файҙалы компоненттар тапшыра башлау менән был йүнәлешкә ҡыҙыҡһыныу артасаҡ һәм хеҙмәтләндереү ҙә киңерәк ҡолас аласаҡ.
— Коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙең яңы системаһына күсеүҙә ҡала, район, ауыл хакимиәттәре, ябай халыҡ ниндәй роль уйнай?
— Яңы законға ярашлы, муниципалитеттар идарасы компаниялар, ауыл биләмәһе хакимиәттәре һәм граждандар менән берлектә ҡалдыҡтарҙы йыйыу урынын билдәләйәсәк. Был мәсьәлә күп фатирлы йорт йәки ауыл халҡының дөйөм йыйылышында хәл ителә. Төбәк операторының яуаплылығы сүп-сар ташыусы машинаның кузовынан башлана, йәғни ул көнкүреш ҡалдыҡтарын алдан билдәләнгән урындан аласаҡ.
Эштең киләһе мөһим этабы — халыҡты сүп-сарҙы айырып йыйыуға йәлеп итеү. Шуны аңларға кәрәк: хаҡ контейнерға ташланған сүп-сар күләменән сығып билдәләнә. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар ни тиклем аҙыраҡ булһа, хаҡтар ҙа шул тиклем түбәнерәк тәшкил итәсәк. Быға үҫешкән илдәрҙәге кеүек сүп-сарҙы айырып йыйып өлгәшергә мөмкин. Һөҙөмтәлә күп фатирлы йортта йәки айырым ҡасабала йәшәүселәр уртаҡ яуаплылыҡ тоясаҡ, сөнки квитанциялағы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҡалдыҡтарҙың дөйөм күләменә бәйле буласаҡ. Сүп-сарҙы айырып йыйыу һәр кешенең яуаплылығынан, аңлылығынан тора.