Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Август 2018, 13:56

Халыҡтан тәҡдим көтәләр

Константин Толкачев: «Һөт, ит аҙыҡтарын һөтһөҙ һәм итһеҙ ҙә эшләйҙәр»Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев социаль селтәрҙә республика халҡына мөрәжәғәт итеп, аҙыҡ-түлек етештереүҙе контролгә алыу йәһәтенән үҙ тәҡдимдәрен индереүҙе һораны.

Константин Толкачев: «Һөт, ит аҙыҡтарын һөтһөҙ һәм итһеҙ ҙә эшләйҙәр»
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев социаль селтәрҙә республика халҡына мөрәжәғәт итеп, аҙыҡ-түлек етештереүҙе контролгә алыу йәһәтенән үҙ тәҡдимдәрен индереүҙе һораны.
—Мин, башҡа һатып алыусылар кеүек үк, һөт аҙыҡтары алған мәлдә ундағы мәғлүмәткә иғтибар итәм. Яҙыуҙа башҡа ингредиенттар һәм һөт составы тураһында һүҙ юҡ. Һөт етештереүселәр аҡҡа өҫтәлгән төрлө өҫтәлмәне йәшереп тота, шул сәбәпле ташлама менән һатылған продукциялары ғәҙел һәм намыҫ менән эшләүселәргә кәртә булып тора. Республика халҡы һөт аҙығын көндәлек тормошта ҡуллана. Шуға ла уның менән тәьмин итеү мәсьәләһе өҫтөнлөклөләр иҫәбендә булырға тейеш.
Дәүләт Йыйылышында республикалағы сауҙаны мәғлүмәт-аналитик тикшереү-күҙәтеү буйынса эшсе төркөм эшләй. Уның ағзалары даими рәүештә аҙыҡтың сифаты һәм хаҡы буйынса мониторинг үткәрә, предприятиеларға бара. Улар асыҡлауынса, республикала продукцияны юғары сифатта етештереүселәр бар. Тик улар һатыу кәштәләренә барып та етмәй. Үкенескә ҡаршы, һөт һәм ит продукцияларын һөтһөҙ һәм итһеҙ ҙә эшләйҙәр. Мәғлүмәт тулы булмау сәбәпле, һатып алыусыларға һайлау ауырға тура килә.
Шуға ла етештереүселәр асыҡ эшләргә тейеш, продукцияларҙа бөтә мәғлүмәттәрҙең күрһәтелеүе зарур. Бының өсөн берҙәм дәүләт стандарты булдырыу талап ителә. Халыҡ үҙ тәҡдимен индерһә, беҙ уны үҙ эшебеҙҙә ҡулланыр инек.
Читайте нас: