Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Август 2018, 08:54

Хаҡлы ялға ҡасан сығырға?

«Йәмәғәт фекере» фонды үткәргән һорау алыуҙар 54 процент рәсәйлеләрҙең пенсияға сыҡҡандан һуң эшләргә теләк белдереүен асыҡлаған. Был хаҡта «РИА Новости» хәбәр итә. Һорау алыусыларҙың 19 проценты хаҡлы ялда ял итергә уйлаһа, 23 проценты яуап биреүе ауыр, тип белдергән. Респонденттарҙың 1 проценты әле үк пенсия алыуын әйтһә, тағы 2 проценты ял итәм, эшләмәйем, тип яуаплаған.

Әлеге көндә эшкә яраҡлы йәштә булған кешеләрҙең яртыһы ҡартлығына аҡса йыясағын әйткән. Уларҙың 21 проценты хаҡлы ялға сығыуға 10 йыл ҡалғас был юҫыҡты хәстәрләй башлайым тиһә, 20 проценты ошо арала уҡ аҡса һала башлаясағын белдергән. 8 проценты иһә аҡса һалған да инде. 12 респондент аныҡ ҡына яуап бирә алмаған.
«ФОМнибус» һорау алыуы 28-30 июлдә Рәсәйҙең 53 төбәгендә үткән. Унда 1,5 мең кеше ҡатнашҡан. Һорау алыу алымы тураһында хәбәр ителмәй.
Үткән аҙнала Рәсәй Дәүләт Думаһы спикеры В.Володин пенсия йәшен күтәреү тураһындағы закон проекты буйынса парламент тыңлауҙары тураһында белдергән. Сара 21 августа үтә: мөһим мәсьәләне хәл итеү өсөн депутаттар хатта каникулдарын өҙәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ирҙәрҙең пенсияға сығыу йәшен—65, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡын 63 йәшкә тиклем күтәреү буйынса закон проекты 19 июлдә Дәүләт Думаһы ултырышының тәүге уҡыуында «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаттары тауышы менән ғәмәлгә индерелде. КПРФ, ЛДПР һәм «Справедливая Россия» партиялары быға ҡаршы сыҡты.
Рәсүл Мансуров.