Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
22 Июнь 2018, 13:53

Кем ҡасан пенсияға сыға?

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев пенсия йәшен арттырыу тураһында белдерҙе. ТАСС хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте Башлығы Министрҙар Кабинеты ултырышында пенсия реформаһы шарттарын әйтеп үтте.Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хаҡлы ялға сығыу йәше һигеҙ йылға, йәғни 63 йәшкә тиклем, ирҙәр өсөн иһә биш йылға, 65 йәшкә тиклем, арта. Реформа киләһе йылдың ғинуарында башлана һәм планға ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. Пенсия йәшен 15 йыл дауамында бер нисә этапта ғәмәлгә индерәсәктәр.

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев пенсия йәшен арттырыу тураһында белдерҙе. ТАСС хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте Башлығы Министрҙар Кабинеты ултырышында пенсия реформаһы шарттарын әйтеп үтте.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хаҡлы ялға сығыу йәше һигеҙ йылға, йәғни 63 йәшкә тиклем, ирҙәр өсөн иһә биш йылға, 65 йәшкә тиклем, арта. Реформа киләһе йылдың ғинуарында башлана һәм планға ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. Пенсия йәшен 15 йыл дауамында бер нисә этапта ғәмәлгә индерәсәктәр.
Ирҙәрҙең пенсия йәше айырым маҡсатлы күрһәткескә 2028 йылға, гүзәл заттыҡы иһә 2034 йылға етәсәк. Беренсе булып 1959 йылғы ирҙәрҙең, 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсия йәше арта. Улар 2020 йылда 61 һәм 56 йәштә хаҡлы ялға сығыу хоҡуғын аласаҡ.
Пенсия йәшен арттырыуҙы илдәге демографик хәлдең үҙгәреүе менән аңлаталар. «Росстат» мәғлүмәттәренә ярашлы, 2024 йылда ирҙәрҙең ғүмер оҙайлылығы 72,3 йыл (хәҙерге менән сағыштырғанда 5,8 йылға оҙағыраҡ), ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 82,1 йыл (4,5 йылға оҙағыраҡ) тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта реформа ауыр шарттарҙа эшләп ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғына эйә булған кешеләргә (шахтерҙарға, ҡара һәм төҫлө металлургия өлкәһендә эшлә-гәндәргә, тимер юлсыларға һ.б.) ҡағылмай. Бынан тыш, социаль сәбәптәр буйынса страховка пенсияһы тәғәйенләнгән граждандар өсөн дә шарттар үҙгәрмәйәсәк. Ундайҙарға һигеҙ йәшкә тиклемге инвалид балаһы булған йәки биш һәм унан күберәк бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар, күреү һәләте буйынса I төркөм инвалидтары һәм башҡалар инә.
Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев:
—Хаҡлы ялға 55 һәм 60 йәштә сығыу күрһәткесе 1956 йылда уҡ билдәләнгән, бүтән илдә һәм икенсе дәүерҙә. Ошо ваҡыт эсендә хеҙмәт шарт-тары ла, ғүмер оҙайлылығы ла тамырынан үҙгәрҙе. Әле был йәштә кешеләр әүҙем эшләүен дауам итә. Һәм йыш ҡына уларҙың был мөмкинлектәрен сикләгән эш биреүселәр менән осраша. Яңы система хеҙмәт баҙарында квалификациялы, компетентлы кадрҙарҙы, бай тәжрибәгә эйә булған ысын профессионалдарҙы һаҡлап ҡалырға булышлыҡ, уларға лайыҡлы эш хаҡын тәьмин итәсәк. Пенсия йәшен арттырыу илебеҙгә иҡтисадты үҫтереү, социаль системала күләмле реформа үткәреү, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк.
Читайте нас: