Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Ғинуар 2018, 14:13

Һаҡ булығыҙ!

Сибай ҡалаһында мутлыҡ осраҡтары булып торһа ла, криптовалютаға бәйле енәйәттәр теркәлгәне юҡ. Криптовалюта технологияһын этәреүселәр уның көн һайын ниндәй тиҙлектә артыуын бер туҡтауһыҙ тылҡый, биткоин ярҙамында тиҙ байыу серҙәрен өйрәтә. Миңә ҡалһа, биткоинға хәүефһеҙ ҡулланыу күҙлегенән сығып ҡарайым.

Һаҡ булығыҙ!
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәре, полиция майоры Зүлиә Торомтаева:
—Сибай ҡалаһында мутлыҡ осраҡтары булып торһа ла, криптовалютаға бәйле енәйәттәр теркәлгәне юҡ. Криптовалюта технологияһын этәреүселәр уның көн һайын ниндәй тиҙлектә артыуын бер туҡтауһыҙ тылҡый, биткоин ярҙамында тиҙ байыу серҙәрен өйрәтә. Миңә ҡалһа, биткоинға хәүефһеҙ ҡулланыу күҙлегенән сығып ҡарайым. Криптовалютаны башҡа валюталар менән сағыштырғанда, мәҫәлән, доллар менән, улар араһында 3 төрлө айырма күренә. Биткоин менән түләү йәки транзакциялауҙы берәү ҙә контролдә тотмай. Уның менән тыйылған хеҙмәттәр түләнә һәм быны бер нисек тә көйләп булмай. Криптовалютаны контролдә тотоп та, көйләп тә булмағас, билдәле, ул бер нисек тә яҡланмаған. Әгәр криптоаҡса янсығын урлаһалар кешеләр ҡайҙа барырҙар, кемдән ярҙам һо- рарҙар? Был тәңгәлдә полиция ярҙам итә алмай. Биткоиндың хаҡы спекулятив һәм ул МММ-ды хәтерләтә. Ә финанс пирамидалары беҙҙең илдә тыйылған. Аҡсаларын тиҙ арттырырға теләүселәргә криптовалюта һатып алып байып булмауын аңлатыр инем. Сөнки был эш капиталды арттырыу түгел, ә буш ҡыуыҡ ҡына. Интернет аҡсаң бөгөн бар, иртәгә юҡ. Биткоин инвестиция объекты булараҡ лотерея билетының аналогы кеүек ҡабул ителә. Лотереялағы кеүек бында ла шул уҡ ҡағиҙә: кәрәк аҡсаңды кәрәкмәгән ергә тыҡма. Тағы шуныһы: биткоиндың ҡасан күпме торорон берәү ҙә белмәй. Бөгөн уның курсы 10 йәки 100 мең, хатта миллион доллар торһа, иртәгә уның хаҡы ноль булыуы ла ихтимал. Уйланырға урын бар.