Күңел түренән
17 Октября , 07:00

Рәхилә инәйгә 90 йәш

Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылының хөрмәтле ағинәйе Рәхилә Хәжиәхмәт ҡыҙы үҙенең 90 йәшен билдәләне бөгөн. Уны ҡотларға ауыл хакимиәте вәкилдәре, яҡындары, туғандары һәм ауылдаштары йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәхилә инәйгә 90 йәшРәхилә инәйгә 90 йәш
Рәхилә инәйгә 90 йәш

Һаҡмар-Наҙарғол (Бүре) ауылында тыуып үҫкән Рәхилә Хәжиәхмәт ҡыҙы Дәүләткилдина мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ тырыш, эшһөйәр, спорт менән әүҙем шөғөлләнгән ҡыҙ була. Урта мәктәпте тамамлағас, үҙе һайлаған һөнәр буйынса Белорет ҡалаһына юл тота һәм медицина училищеһының фельдшер-акушер бүлегенә уҡырға инә. Училищены уңышлы тамамлағандан һуң, Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылына эшкә килә. Унда Ашҡаҙар һәм Ҡаҙырша ауылдары халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Эшләгәненең тәүге йылында уҡ ауыл Советы депутаты итеп һайлана.1959 йылда Ҡаҙырша ауылы егете Зиннәт Ниғмәт улына кейәүгә сыға. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып, бер-бер артлы биш балаһы донъяға килә. 1969 йылда ғаилә Ғәлиәхмәт ауылына күсеп сыға, сөнки тормош иптәше Зиннәт Ниғмәт улы шул ауылда урмансы булып эшләй. Ошо ауылда улар татыу йәшәп, балаларын тәрбиәләп үҫтерә. Рәхилә Хәжиәхмәт ҡыҙы барлыҡ хеҙмәт юлын фельдшер-акушер булып үтә. Ауыл халҡы уны ҙур ихтирам итә һәм ярата. Ул бик күп ғаиләләргә сабый һөйөү бәхете бүләк итә, күп кешегә һаулығын ҡайтарырға ярҙам итә. Рәхилә Хәжиәхмәт ҡыҙы – бик күп балаларҙың кендек инәһе. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай. Бөгөн уға 90 йәш тулһа ла, әле лә дәртле һәм егәрле. Баҡса үҫтерә, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итә. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота. Тормош иптәше Зиннәт Тулыбаев менән 63 йыл татыу һәм бәхетле ғүмер кисергәндәр. Бөгөнгө көндә уларҙың 13 ейән-ейәнсәре һәм 13 бүлә-бүләсәре бар. Балаларының һәр береһенә яҡшы тәрбиә һәм белем биреп, лайыҡлы кешеләр итеп үҫтергәндәр. Хәҙер инде уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәй хеҙмәт ветераны. Эшләгән йылдарында алған Маҡтау ҡағыҙҙары, төрлө бүләктәре һәм миҙалдары уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтенең сағылышы, хеҙмәт юлының күркәм биҙәге булып тора. Һаулыҡ, күңел күтәренкелеге теләйбеҙ юбилярға!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас