

Кисә тыуған ауылым Аралбайыма барып, күңелем күтәрелеп ҡайтты әле. Күршем Әсҡәт ҡустыбыҙҙың өйө тергеҙелгән ауылыбыҙҙа беренсе булып ҡалҡып сығып, Аралбайҙы йәмләп, балҡып ултыра. Ә өйөнөң эсенә бер инһәң сыҡҡы килмәй. Сөнки унда сихри моң, йыр үҙенә тарта. Өйгә ингәс тә ҡап уртала өҫтәлдә өс төрлө баян, гармун, тальян гармуны ултыра. Әсҡәт ҡусты үҙе бигүк сәнғәт кешеһе булмаһа ла, сәнғәтте бик ныҡ ярата . Буш ваҡытында баянда ла, гармунда ла, тальянында ла уйнап ебәрә. Кеше өсөн йәнен биргән, тырыш , эшсән кешелекле, кеселекле ул беҙҙең Әсҡәт ҡустыбыҙ. Ошо гармунға күптән ҡыҙығып уйнап ҡарағым килеп йөрөгәйнем. Аллаға шөкөр, бына был гармун минең ҡулымда бөгөн тирбәләй. Рәхмәт инде ут күршем, ауылдашым Әсҡәт ҡустыма. Мин гармунын һорауым булды ҡуш ҡуллап риза булып, апай ал әйҙә уйна тине. Имен-һау ғына йәшәһен ауырыу һыҙлауһыҙ ғаиләһе менән.
Йәш саҡта 1978-79 йылдар тирәһендә гармунда өйрәнеү теләге тыуҙы. Бер иҫке генә гармунда уйнап ҡарарға булдым. Бер нисек тә килеп сыҡмай. Оҙаҡ ваҡыт ыҙалай торғас, бер көй сығарып алып көн дә шуны бызҡылдата башланым. Яйлап-яйлап ҡәҙимге бер нисә көйҙө өрәнеп алдым. Әсәйем мәрхүмә әбейҙәрен ҡунаҡҡа саҡырһа ауыл көйөн, "Рамай"ҙы, "Сәрмәндекәй буйы" йыҙарын уйнап йырлатып та ала торғайным. Бейеү көйөн бызҡылдатһам бейеп тә алырҙар ине хатта. Клубта эшләгән дәүерҙә гармун уйнап, үҙем йырлай-йырлай зимагор булып кейенеп интермедия ҡуйғаныбыҙ һаман иҫтә ҡалған. Баянда ла бер аҙ әҙ-мәҙ үҙем өсөн генә өйрәнеп кистәрен клубта кеше юҡта ғына бызҡылдатып алыр инем. Акомпионаторыбыҙ Байғужин Рамаҙан ҡусты сентизаторҙа өйрәткәйне , ул киткәс үҙемсә синтизаторҙа мәз килеп уйнап алыр инем. Музыкантҡа ҡытлыҡ кисергән ваҡыт, хатта бер Ололар байрамы көнөндә Ғафарова Һәҙиә апай мәрхүмде йырлатҡайным сентизаторҙа уйнап. Әлүр-бәлүр тигән йырҙы йырланы бик матур йырлай ине мәрхүмкәй. Нисек килеп сыҡҡандыр инде , уны тамашасылар ғына белә инде . Әле лә көлкө килә музыкант юҡ , синезаторҙа уйнап үҙем йырлағаным.
Төштәремде сәскәләргә һөйләп,
Йырҙарымды моңға һалып йырлап,
Онотолоп китеп, онотолоп китеп .
Онотолоп китеп йыуанам,—тип сәхнә уртаһында үҙем уйнап ,үҙем йырлай торғайным.Эй ғүмер тигәнең үтеп тә киткән икән һиҙелмәйсә . Клубта йырлатып та,бейетеп тә,кешенең күңелен күрәйем тип һиҙелмәйҙә үткәндә киткән икән был ғүмер тигәнең. Хаҡлы ялға сыҡҡас гармунды ҡулыма берҙә тотоп ҡарамағас онотолған икән.Кисәнән бирле уйнай торғас әҙерәк шымарып барған һымаҡ ул әле.Шулайҙа ҡартлыҡ үҙенекен итә икән,бармаҡтар ҡатҡан тыңламаҫ китәләр. Бармаҡтарҙы өйрәтеп алһам үҙем уйнап, үҙем йырлап, күрһәтермен әле алла бирһә һеҙгә лә.
НӘЙЛӘ СӨЛӘЙМӘНОВА