АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Күңел түренән
8 Сентября , 10:25

Атайым

Беҙ бәләкәй саҡтарҙа ямғыр ҙа ваҡытында яуа, ел дә талғын ғына иҫә ине...   Иртәнге ҡояш нурҙары өй эсен иркәләй генә башлаған мәле. Ҡайҙандыр моң ағыла:" Тәҙрәңә төшкән ай нурҙарыҺағыныу сәләмемде илтһәсе.Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып,Күңелеңдә сыңлап үтһәсе.Әйҙә, иркәм, тын күл буйына..."   Сәғәт етеме икән тип уйлап алам. Элек сәғәт иртәнге етелә радионан 20 минутлыҡ ҡына башҡортса концерт тапшыралар ине. Ҡояш нурҙарының төшөүенә самалап иртәрәк икәнен төшөнәм. Радио ла түгел был. Тауышынан таныйым: был йырҙы атайым йырлай. Тик уның моңло тауышы иртәрәк өҙөлдө...

АтайымАтайым
Атайым

 

 

Бик моңло кеше булды ул. Шулай булһа ла йырҙың тәмен бөтөрөп күп йырламаны. Ә күңеле менән сәнғәткә мөккибән киткән кеше ине. Ул йырҙы беҙ әсәйемдең йыры тип йөрөтә торғайныҡ. Сөнки атайым әсәйем менән дуҫлашып йөрөгән саҡта уҡ йырлаған булған булған был “төнгө серенаданы”.

 

Атайым... Беҙ атайым менән ныҡ бәхетле үҫтек. Күркәм холоҡтоң өлгөһө булды ул. Ныҡ тыныс, уйлап ҡына һөйләне. Кеше араһында абруйлы булды. Һалмаҡ ҡына, шул уҡ ваҡытта ергә ныҡлы баҫып атлай торғайны. Эскән атай күрмәнек. Юҡ, ҡунаҡҡа йөрөй торғайнылар. Һыйланып та ҡайталар ине. Тик атайым тормош ваҡсыллығынан юғары ине. Ул эскегә иҫе китмәне. Гел эш менән булды. Йәй көндәре бик һирәк йоҡонан торғас күрә инек. Таң менән эшкә китте. Беҙ йоҡларға ятҡас ҡайта торғайны. Беҙ атайымдың тубығына ғына ултырып үҫтек. . Саҡ ҡына бушаһа беҙҙең менән ишек алдында ҡаҙ үләне өҫтөндә ярыш ойоштора инек. Атайым дүрт аяҡлап тора, беҙ былай баҫабыҙ һәм әйҙә ярышабыҙ йүгереп. Атайым яҡшы аңлаған инде ике аяҡлаһа беҙҙе үтеп китә, ә былай ысынлаптырып ярыша.

 

Тормошҡа ғашиҡ кеше ине.Әсәйем менән ныҡ татыу йәшәнеләр. Икеһе бер-береһен бер һүҙҙән аңлап торған кешеләр ине. Атайымдың яҡшы сифаттарын һанай башлаһам китап тулыр.

 

Тағы ла тәбиғәтте яратты. Ана шул һөйөүен ул беҙгә лә бирә алды. Беҙ бәләкәйҙән тәбиғәт балалары булдыҡ. Атайым саҡ ҡына эштән бушаһа беҙҙе арбаға ултыртып урман-яландарға алып сығып китер ине.Беҙ уның ауыл эргәһендәге бар бесәнлек, көтөүлек, ялан, аҡландарҙы гиҙә инек.Һәр бер ерҙең исем-атамаһы менән таныштырыр ине. Үлән-ағастарҙың исемдәрен яттан белдек.

 

Бик йыш баҫыуға алып бара ине. Беҙ ҡайһы баҫыу нисә гектар икәнен дә белгәнбеҙҙер. Атайым менән ҡуша ямғыр яумаһа ла борсолабыҙ, артыҡ ямғырлай башлаһа ла бошонабыҙ. Сөнки атайым агроном ине. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған тәбиғәт кешеһе булды.

 

Тәбиғәткә беҙҙе былай ғына алып сыҡмай ине. Уның саф матурлығын аңларға, һәр бер өлөшөнөң күркәмлеген күрергә, күңелебеҙгә һеңдерергә өйрәтте.

 

Атайым йыр яратҡан кеше булараҡ беҙҙе лә йырлата торғайны. Атайым эштән арып ҡайталыр инде, беҙ аптыратабыҙ. Әйҙә, атта йөрөп киләйек тип. Шунан атайым әйтә, йырлаһағыҙ алып барам ти. Мин бигерәк бәләкәй булғанмындыр инде.Апайымдар теҙелеп тороп йырланы ла бөттөләр. Минән йыр көтәләр, ә мин белмәйем йыр һүҙҙәрен.. “И тогда наверняка вдруг запляшут облака” тигән мультфильмдың йырының һүҙҙәре иҫкә төштө. Шул бер юлды 5-6 тапҡыр ҡабатлап йырлаған булдым. Атайым эй маҡтаған булды. Ҡайһылай ҡыҙым матур йырлай тип. Мин ысынлап ышандым, матур йырлайым икән тип...

 

Беҙ бәләкәй саҡтарҙа ямғыр ҙа ваҡытында яуа, ел дә талғын ғына иҫә ине... Сөнки уҫал елдәрҙән, һалҡын ямғырҙарҙан ҡурсалар атайым иҫән булған...

 

Атайым беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып киткәненә бөгөн 9 йыл...

 

 

ФИРҮЗӘ ӘБДРӘХИМОВА-ХӨСӘЙЕНОВА

Автор:
Читайте нас