Күңел түренән
11 Июля , 04:05

Абдрахмановтар 55 йыл бергә ғүмер итә

Сибай ҡалаһында оҙаҡ йылдар бер-береһенә терәк таяныс булып йәшәгән күркәм ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе - Ҡала мәҙәниәт йортондағы “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамблендә шөғөлләнеүсе Флүрә Нурғәле ҡыҙы Абдрахманованың ишле ғаиләһе менән таныштырабыҙ.

Абдрахмановтар 55 йыл бергә ғүмер итәАбдрахмановтар 55 йыл бергә ғүмер итә
Абдрахмановтар 55 йыл бергә ғүмер итә

 Флүрә Нурғәле ҡыҙы Баймаҡ районы Ярат ауылы ҡыҙы. Бөрө ҡалаһында химия-биология уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп юллама буйынса Баймаҡ районы Ишей ауылы мәктәбенә ебәрелә. Ишей ауылының иң шәп егеттәренең береһе - Юлай Зиннәт улы һылыу ҙа, эшһөйәр ҙә булған йәш уҡытыусыға шунда уҡ ғашиҡ була. Бер йыл ипләп кенә күҙләп йөрөп, ғүмерлек тормош юлдашы булырға тәҡдим итә. Абдрахмановтарҙың мөхәббәтле ғаилә китабы шулай яҙыла башлай. Йәштәр бер йыл тигәндәй төп йортта йәшәп, үҙҙәренә йорт һатып алалар. Флүрә Нурғәле ҡыҙы иптәше Юлай Зиннәт улы менән мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, ә уҡытыусы тигәнең, балаларҙы уҡытып ҡына ҡалыу түгел, тәрбиә бирергә, яҡын дуҫ булырға, төрлө конкурстарға, байрамдарға әҙерләргә кәрәк. Былар барыһы ла йәштәр иңенә төшә. Тиҙҙән Флүрә һәм Юлай Абдрахмановтарҙың ғаиләһендә бер-бер артлы 4 бала донъяға килә. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап, егәрле, аҡыллы, талантлы булып үҫәләр. Бөгөнгө көндә өлкән улдары Илдус шәхси эшҡыуар, тормош иптәше менән өс бала үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Гөлшат Сибай гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләй, мәғариф отличнигы. Ғаиләләрендә ике бала тәрбиәләнә. Ә инде кесе улдары Илшат менән Илгиз ижад юлын һайлағандар. Илшат билдәле баянсы ғына түгел, клиптар, аранжировкалар эшләү оҫтаһы. Тормош иптәше менә дүрт балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Иң кесекәйҙәре Илгиз бөгөнгө көндә билдәле йырсы. Ул да ике бала атаһы. Быйыл 11 ейән-ейәнсәргә, бер бүләсәгә яратҡан олатай-өләсәй булған Абдрахмановтарҙың ғүмер ҡорғанына 55 йыл. Ике биште бер-береһенең терәк-таянысында, балаларының хөрмәтендә ҡаршылаған был ғаилә меңләтә бәхетле. Ошондай матур парлы тормоштоң сере нимәлә, тигән һорауға Флүрә Нурғәле ҡыҙы: “Һис шикһеҙ, бер-береңде хөрмәт итеүҙә, ҡәҙерләүҙә һәм аңлай белеүҙә”, -тип яуап бирҙе. Мәктәптән хаҡлы ялға сығып Сибай ҡалаһына күсеп килгәс тә, ҡул ҡаушырып ултырмай Абдрахмановтар. Флүрә апай Сибай медицина колледжына тәрбиәсе булып урынлаша. Юлай Зиннәт улы “Арҡайым” мәсетен төҙәтеүҙе үҙ өҫтөнә ала: документтар юллау, бинаға ремонт эшләтеү, уны йыһазландырыу еңелдәрҙән бирелмәй. Бөгөн ул мәсетте асыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Руслан Йәрмөхәмәтовҡа сикһеҙ рәхмәтен еткерә. Тормошҡа шул тиклем һөйөү менә ҡараған Флүрә апайҙың күҙҙәренән нур сәселә, күңеленән энергия ташып тора. “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамблендә ҡатнашыуҙан тыш, мәж килеп ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша, баҡса тулытырып емеш-еләк, күҙ уңын алып торған сәскәләр үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Тормош юлында ышаныслы ир-ат терәк булһа, ҡатын-ҡыҙ бәхетле була, тигән әйтем тап Абдрахмановтарға төбәп әйтелгәндәй. Абдрахмановтар билдәләүенсә, ғүмер тигәнең бик тиҙ үтә. Тормошта бар нәмә ваҡытлыса, балалар ҙа тыуған оянан осоп сығып, үҙ ояһын ҡора. Шуға күрә, тәү сиратта, һөйгәнеңә терәк-таяныс, ышаныслы тыл булдырырға кәрәк. Ата-әсә берҙәм булһа, балаларҙың бәхете сикһеҙ буласаҡ! 🖊️мәғлүмәт һәм фото ҡала мәҙәниәт йорто төркөмөнән

Абдрахмановтар 55 йыл бергә ғүмер итә
Абдрахмановтар 55 йыл бергә ғүмер итә
Абдрахмановтар 55 йыл бергә ғүмер итә
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас