Зәкирә Ғәйнулла ҡыҙы 1926 йылда Ҡыуат ауылында донъяға килә. Ул бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған 42 йыл хеҙмәт стажы туплаған мәғариф ветераны.
Хеҙмәт юлын 15 кенә йәшендә Алғаҙы ауылында башлай. “Иртәнсәк үҙемдән дә ҙурыраҡ апай-ағайҙарға яҙырға, уҡырға өйрәтәм дә төштән һуң үҙем уйнарға сығып китә торғайным,--тип һөйләй ул.
Уның бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Ҡайһы бер балалар мәктәпкә ҡар өҫтөнән яланаяҡ йүгереп килә торғайны, белем алырға теләктәре шул тиклем көслө булғандыр инде, тип хәтерләй мөғәллимә.
Мәғариф ветераны Әбделкәрим, Ҡыуат ауылдарында математика, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып та эшләй.
Зәкирә Ғәйнулла ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышына оҙатып, унан имен-һау әйләнеп ҡайтҡанын өҙөлөп көткән Ғафар Харрас улына тормошҡа сыға. Егете һуғыштан күкрәге тулы орден-миҙалдар тағып, лейтенант званиеһында ҡайтып төшә. Өйләнешкәс, ире лә ҡатыны кеүек уҡытыусы булырға ҡарар итә һәм
Магнитогорск педагогия институтына уҡырға инә, ситтән тороп тарих бүлеген тамамлай. Йәш белгестәрҙе төрлө ергә эшкә ебәрәләр. Аҙаҡ Түләковтар тыуған ауылдары Ҡыуатҡа ҡайтып, йорт һалып инә. Был осорға уларҙың бер ҡыҙы һәм бер улы донъяға тыуып, ғаилә ишәйгән була. Зәкирә һәм Ғафар Түләковтар 47 йыл матур донъя көтә. Бар ғүмерен балаларға бағышлаған мәғариф ветерандарын олоһо ла, кесеһе лә ҙур ихтирам менән иҫкә ала. Зәкирә Ғәйнулла ҡыҙының тырыш хеҙмәте бик күп Почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана. Социалистик хеҙмәт ярыш еңеүсеһе миҙалы бар. Ире Ғафар Харрас 1992 йылда вафат булған.
Ҡыҙғанысҡа күрә, ике балаһы ла был яҡты донъяла юҡ. Хәҙерге көндә уҡытыусыбыҙ Зәкирә Түләкова ейәнсәре Айгөлдөң ғаиләһендә Баймаҡта йәшәй.
-Өләсәйем 90 йәше тулғанда ла йәштәр көнләшерлек дәрт менән донъя көттө. Йыл да ихата тултырып, ҡош ҡорт үҫтерҙе,--ти ейәнсәре Айгөл.
Зәкирә Ғәйнулла ҡыҙының 6 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре, тыуасарҙарының уңыштарына һөйөнөп ғүмер итә.
Уҡытыусыбыҙҙың алды тулы гәзит-журнал. Улар араһында "Атайсал" гәзите булыуына һөйөндөк. Шуларҙы уҡып республикала, илдә, донъяла барған яңылыҡтарҙы белеп ултыра. Доға-сүрәләр уҡып, йор-илгә, бала-сағаларына имен тормош, тыныслыҡ теләй.
Уның янына элекке уҡыусылары күстәнәстәрен тотоп йыш бара. Хәҙер инде минең менән ҡуша ҡартайҙығыҙ тип көлөп тә ала. 100 йәше тулған осорҙа Зәкирә Ғәйнулла ҡыҙынан айырыуса кеше өҙөлмәй. Беҙ ҙә үҙебеҙ һәм класыбыҙ исеменән уны ҡотлап хәйерле ҡартлыҡ, тыныс тормош теләп фото төшөп, аң-белем юлын асҡаны өсөн рәхмәт әйтеп сыҡтыҡ.
Рәшиҙә Солтанова.