Әнүр ағай менән Роза апай Таймасовтар 1975 йылдың ноябрь айында ҡауышып, ғаилә ҡора. Башта икәүҙән-икәү генә булһалар, хәҙер улар – 9 кеше, ҙур татыу ғаилә. Өс балаға ғүмер бүләк иткән Таймасовтар өс ейән менән бер ейәнсәргә бәхетле олатай менән өләсәй ҙә. Оло улдары Фәнүр ветеринар һөнәрен үҙләштереп, ауылда ата-әсәһе янында йәшәй. Ҡыҙҙары Гөлсөм Сибай ҡалаһында төпләнгән. БДУ-ның Сибай институтында биология һәм химия уҡытыусыһы һөнәрен алып сыҡҡан белгес хеҙмәт юлын «Башҡорт баҡыры» ойошмаһында дауам итә – Үҙәк химия лабораторияһында инженер-химик. Бәхетле ҡатын, хәстәрлекле әсәй, тормош иптәше менән ике ул үҫтерәләр. Кесе улдары Рәфис тә химик белемле, Коми Республикаһында вахта ысулы менән эшләй. Өйләнгән, кәләше менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ялдарҙа, байрамдарҙа әсәйҙәренең тәмле аштарын, оло йөрәкле атайҙарының наҙлы ҡарашын һағынып ҡайта улар, изгелекле ата-әсәгә үҙҙәре лә ныҡлы терәк, күңел йыуанысы булып йәшәйҙәр.
Ерҙә яҙмыштар бәйләнгәндә күктә йондоҙ ҡабына, тиҙәр. Әнүр Әхмәтхан улы менән Роза Зәйнулла ҡыҙы Таймасовтарҙың яҡты йондоҙо бына биш тиҫтә йыл инде һүнмәй яна, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә юл күрһәткес булып балҡый. Киләсәктә лә был күркәм ғаиләгә эргә-тирәләгеләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәүҙәрен теләйбеҙ.