-Ҡартатайым Шөғөйеп Ғайсин заманында бик хәлле кеше булған. Бер меңдән ашыу баш йылҡы аҫраған. Аслыҡ йылдарында ул ауылдаштарын үлемдән йолоп алып ҡалған. Үҙ көсө менән мал тапһа ла 1937 йылда уны кулак тип ҡулға алалар. Һөргөндән ҡайтҡас, Ниғәмәттә бригадир була. Уның өлкән улы Әйүп Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Шуның исемен ул миңә Бөйрәнгә килеп тороп үҙе ҡуша,--ти Әйүп Әҙеһәм улы ҡартатаһын ҡәҙерләп иҫкә алып.
Уның атаһы Әҙеһәм Ғайсин да Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1-се Украина, Белоруссия фронттары составында фашистарҙы тар-мар итә. Һуғыш бөткәс Хабаровск тарафтарында япон милитаристарына ҡаршы көрәшә.
-Күкрәге тулы орден-миҙал булһа ла яу юлы хаҡында бик аҙ һөйләне. Кенегсберг тәңгәлендә Одер йылғаһын аша сыҡҡанда бик күп һалдаттар һыу төбөнә китте. Кәмә һымаҡ нәмәләр эшләп саҡ һыуҙы йырып сыҡтыҡ. Шунан ғына беҙҙең ғәскәрҙәр Берлинға юл алды, тип һөйләгәне хәтерҙә. Шул ваҡытта уға Батырлыҡ ордены бирәләр,--тине ул, күҙҙәренә йәш алып.-Атайым ныҡ кешелекле булды. Һуғышта ҡаты яраланып ҡайтһа ла эштән ҡулы бушаманы. Тол ҡатындарҙы ҡайғыртты, улым, әйҙә шул инәйеңә барып ярҙам итәйек, әйҙә быға шуны эшләп бирәйек, тип гел мине эйәртеп алып йөрөнө, бер блы мине эшкә лә өйрәтте
9 йәштән көтөү көткән, бесән сапҡан, сөгөлдөр утап үҫкән Әйүп 4 класҡа ҡәҙәр Темәс интернатында уҡый. 1962 йылда Баймаҡ интернатына уҡырға бара. Ул ваҡытта уҡыусылар араһында етемдәр күп була, уларҙы һүҙ тейҙертмәй гел яҡлап йөрөтә. Малайҙар интернат баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтереп, ярҙамсы хужалыҡта ат ҡарап эшкә әрһеҙ булып үҫә. Шул уҡ ваҡытта спорт менән ныҡлы шөғөлләнәләр. Әйүп тә саңғы буйынса 1-се разрядлы спортсыға әүерелә, көрәш менән мауыға, гимнастика буйынса спорт мастерлығына кандидат була, йөҙөү ҙә алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй. Йәмәғәт тормошта әүҙем ҡатнаша, мәктәптең комсомол ойошмаһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Йыр-бейеүгә лә маһир була. Мәктәптән һуң Әйүп Ғайсин армия сафына алына. Ҡаҙағстанда хеҙмәт итеп, ракета ғәскәрҙәре алдынғыһы булып таныла. Яҡшы хеҙмәте өсөн 3 тапҡыр ялға ҡайтарыла.
Ҡыҙғанысҡа күрә, фронтовик атаһы ул армияла саҡта 51 генә йәшендә Түбә дауаханаһында вафат була. Уның һуңғы һүҙҙәре Әйүп, балалар була.
Ғайсиндар ғаиләһендә 9 бала үҫә. Иң өлкәндәре Гөлсирә Әҙеһәм ҡыҙы 1948 йылғы. Унан һуң 1950 йылғы Әйүп Әҙеһәм улы килә. Мәсүрә--1952, Сәнәғәт--1954, Сибәғәт--1957, Шәфҡәт--1959, Миңзәлә--1960, Миңһылыу--1961, Зөлфирә--1964 йылда тыуа. Бөгөнгө көндә уларҙың һәр ҡайһыһы гөрләтеп донъя көтә.
-Атайым мартта үлде, мин майҙа армиянан ҡайттым. Ул ваҡытта өлкән апайым Гөлсирә генә кейәүгә сыҡҡан ине. Атайымдың һуңғы һүҙҙәрен васыят итеп еткергәстәр, үҙемдән кесе 7 туғанымды ҡарап үҫтерергә тура килде. Әсәйем булды, әммә ул, балаларын тулыһынса минең ҡарамаҡҡа тапшырҙы һәм беҙҙән айырым йәшәне. Әсәй, балаларҙы икәүләп ҡарайыҡ, һиңә лә, миңә лә еңел була, тиһәм дә уның йөрөгән иретә алманым,--тип һөйләй Әйүп Әҙеһәм улы.-Әсәйем насар кеше булманы ул, таҙа, сумарт ине, оҫта тегенсе булды, тик нишләптер, атайым үлгәс балаларына һыуынды. Атайым менән 1957 йылда үгеҙ менән таш ташып, бүрәнә тартып Һаҡмарҙа өй һалып индек. Ул эшкә әрһеҙ булды. Бөтә ауылға бер мунса тик беҙҙә булды. Атайым ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, 17 йәшемдә миңә өр-яңы мотоцикл алып бирҙе. Муллаҡайға, кәләш янына, шул мотициклым менән бара торғайным. Атайым кешенең өйөнә бысраҡ аяҡ кейеме менән инмәгеҙ, кеше менән һаулыҡ һорашығыҙ, тип тәрбиәләне. Таҙалыҡ, тәртип өйрәтеүҙән башлана. Шуға ла мин дә балаларыма, ейәндәремә һәр ваҡыт атайымдың һүҙҙәрен еткерәм.
...20 генә йәшлек дембель егетте туғандары ауылда колхозда эшкә ҡалырға өгөтләй. Ул башта ризалаша, эшкә сыға, әммә ҡусты-һеңлеләрен артабан уҡытыу өсөн Сибай ҡалаһына йүнәлә. 1971 йылдың йәйендә Сибай медицина училищеһы директоры Динә Нагаева уны төрлө хеҙмәттәр башҡарыусы итеп үҙҙәренә эшкә ала. Ул ваҡытта уҡыу йорто ла, ятағы ла ҡаланың 1-се участкаһында урынлаша. Егеткә етәксе бәләкәй генә бүлмә лә бирә. Әйүп Ғайсин Сөнәғәт ҡустыһын медицина, Сибәғәтте педагогия училищеһына уҡырға индерә. Шәфҡәттәре лә аҙаҡ медицина училищеһында уҡый. Өс һеңлеһен ағаһы табиптар Ирмөхәмәт Һибәтуллин, Феликс Мусин Сибай интернатына урынлаштырырға ярҙам итә.
-Сибай медицина училищеһына килгәс 1-се участкала мине Ишемов Фазылйән Сәғиҙулла улы ихлас ҡаршы алды. Ул училищела уҡыта, үҙәк ҡала дауаханаһында хирург булып эшләй ине. Шул ваҡытта ул, саңғы буйынса 1-се разрядлы спортсы, Рәсәй кимәлендәге ярыштан ҡайтҡан ине. Ул миңә эш башлауҙа ныҡ ярҙам итте, һәр яҡлап терәк-таяныс булды. Әле уның улы Наил Фазыйлйән улы ла ҡалала ғына түгел, бөтә Урал аръяғыа танылған шәп табип,--тип остазларының барыһын да тик яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә ала уҡытыусы.
-Ҡустыларым үҙем кеүек алама ғәҙәттәрҙән азат ине, спорт менән ныҡлы шөғөлләнделәр. Шәфҡәт ҡустым медицина училищеһында саңғы буйынса спорт мастеры дәрәжәһенә етте. Әле улы Азамат биатлон буйынса спорт мастерлығына кандидат. Улар эшҡыуарҙар, Абҙаҡ тау комплексында туризм сервисын киң йәйелдергән кешеләр. Һеңлеләрем дә яҡшы уҡыны, йөҙөмә ҡыҙҙыллыҡ килтермәне. Ял һайын интернаттан беҙҙең бүлмәмә килерҙәр ине. Спортты һөйөүҙәре, нәҫелебеҙҙең ныҡ булыуы йоғонто яһағандыр, аҙып-туҙып йөрөмәнеләр, тыңлаулы булдылар. Туғандарым бер-бер артлы эйәле башлы булып китте. Сөнәғәт менән Сибәғәттең туйын төп ҡоҙалар булып үткәрҙек. Кәләшемә ул ваҡытта 24 кенә йәш кенә ине. Тағы ла ошо урында ҡатыныма рәхмәт әйтәм: бүлмәбеҙ бәләкәй тип бер ҙә тарһынманы, һәр береһенең өҫтөн йыуҙы, плитә янынан китмәй ашарға бешерҙе, бикәстәрен эшкә өйрәтте. Үҙенең туғандары ла беҙҙән ҡайтшыманы. Булғанына риза булып йәшәнек. Беҙҙең һәм һеңлем Мәсүрәнең туйын ағайым Әғзәм Ғайсин, атайымдың бер туған ҡустыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уның ҡатыны--еңгәйем Хөснәгә төп ҡоҙа булып үткәрҙе. Уларға һәмбБарлыҡ туғандарыма һаман сикһеҙ рәхмәт әйтәм.
Әйүп Ғайсин эшләй башлаған йылды уҡ медицина училищеһы командаһы “Ҡарлы десант” ҡала спартакиадаһында беренсе урын яулай. Йәш егет студенттар менән ятаҡ янында спорт майҙансығын ҡул көсө менән эшләүәгә өлгәшә, иртәнсәк барыһын да физзарядкаға алып сыға. Директор Дилә Нагаеваны Өфөгә һаулыҡ һаҡлау министрлығына эшкә алғас, уҡыу йортона директор итеп Ирмөхәмәт Һибәтуллинды ҡуялар. Шул ваҡытта училищеның әлеге ятағын төҙөйҙәр. Уны төҙөүгә студенттар ныҡ ярҙам итә.
Ятаҡтың подвалында теннис, шахмат өҫтәлдәре урынлаштыралар, саңғы һаҡлау базаһы эшләп алалар.Тик ҡыуаныстары оҙаҡҡа бармай, подвалға һыу тула.
Әйүп Ғайсин ситтән тороп Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Унда бөтә Советтар Союзынан килеп атаҡлы спортсылар уҡый. Араларында олимпиада чемпиондары, спорт мастерҙары бик күп була. Ул дәүерҙә техникумы илдә иң көслө физкультура техникумдарының береһе була.
Бер мәл медицина училищеһының 1-се участкалағы 6-сы ятаҡ-барагында янғын сыға. Осраҡлы рәүештә уны күреп ҡалған Әйүп Әҙеһәм улы студенттар менән ут эсендә йөрөп ятаҡта йәшәүселәрҙең әйберҙәрен алып сыға. Янғын барып етмәгән складтан мөлкәтте ҡотҡаралар. Әйүп Әҙеһәм улы Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының баш инженерына шылтыратып, Белаздар саҡыртып, тапаттырып, утты башҡа барактар яғына ебәрттермәй. Ҡыйыулығы, етеҙлеге өсөн ул ваҡыттағы республика һаулыҡ һаҡлау министры Турьяновтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Был хаҡта хатта хеҙмәт кенегәһендә яҙыу ҙа бар.
Унан Сибай медицина училищеһына директор булып Арслан Нәби улы Нәбиуллин тәғәйенләнә. Ул 1974-1975 йылдарҙа медицина училищеһының хәҙерге бинаһын төҙөтөүгә күп тырышлыҡ һала. Әйүп Әҙеһәм улы училищела физкультуранан уҡытыуҙан тыш, хужалыҡ буйынса барлыҡ эштәрҙе лә алып бара.
Шул йылдарҙа улар бергәләшеп спорт лагеры булдыра, йәғни йәйгеһен 70-80 студентын Талҡаҫ күле буйына палатка лагерына алып сыға. Йәштәр лагерҙа практик күнекмәләр, спорт менән шөғөлләнеп кенә ҡалмай, эргә-тирәләге колхоз-совхоздарға бесән эшләүҙә, йәшелсә утауҙа ярҙам күрһәтә. Лагерға партияның ҡала комитетының 3-сө секретары Сулпан Арслан ҡыҙы килеп, Әйүп Әҙеһәм улының арҡаһынан һөйөп, шундай яҡшы эш эшләйһегеҙ, тип дәртләндерә. Лагерҙары 15 йылдан ашыу эшмәкәрлеген дауам итә. Унда йәйге осорҙа йылына 180-дән ашыу студент ял итә, сәләмәтлеген нығыта. 1983 йылда Әҙеһәм Әйүп улы Ғайсин Мәскәүҙә конференцияла ҡатнаша. Унда Советтар Союзының барлыҡ республикаларынан 300-гә яҡын делегат йыйыла. Шунда етәкселек кемдәрҙә йәйге лагерь булдырылған тип һорай. Барыһы ла шымып ҡала, Әйүп Ғайсин бер үҙе тороп, беҙҙә тип яуаплай. Уға һүҙ бирәләр һәм ул был тәңгәлдәге тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Шунда уны маҡтаулы исеменә тәҡдим итәләр. Ләкин атҡаҙанған хеҙмәткәр исеме уға 11 йылдан һуң 1994 йылда ғына бирелә.
Әйүп Ғайсиндың студенттары саңғы, еңел атлетика, башҡа төрлө спорт ярыштарында ҡалала ғына түгел, республикала алдынғылыҡты яулай. Ул үҙе лә медицина училищеһының ғына түгел, ҡалала спорт ярыштары уҙғарыуға тос өлөш индерә. “Сибайский рабочий” гәзите призына саңғы уҙышы, уҡыусылар, студенттар, производство коллективтары араһында спартакиада уҙғарыуҙа гел алда йөрөй.
-Медицина училищеһында шәп ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡыны. Спортта ла ал бирмәнеләр, яҡшы уҡынылар. Артабан медицина институтында уҡыуҙарын дауам итеп билдәле табиптар булып киттеләр, күптәре фән докторҙары дәрәжәһенә етте,--ти уҡытыусы спорт сыныҡтырған, тәртипкә өйрәткән, киләсәккә юл асҡан ҡыҙҙар-егеттәрен һанап.-Мәҫәлән, Илдар Шәһиәхмәтов, Василий Сорокин, Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары Фирғәт Байрамғолов, Нуриман Дәрминев, Ринат Мәһәҙиев, Әнисә Сафина, Зөһрә Низаметдинова, Радик Хоҙайғолов, Рәмил Йосопов, бер туған ҡустым Шәфҡәт Ғайсин, Замир Ғиззәтов, Ғилман Усмановтар һәм башҡалар тормошта үҙ юлдарын тапты. Улар менән сикһеҙ ғорурланам. Әле лә бәйләнеш тотоп, ҡатышып йәшәйбеҙ,--тип һөйләй уҡытыусы, ҡыуанысын йәшермәй.
Сибай медучилищеһының сираттағы директоры Салауат Байморатов уҡыу процессын яҡшыртыуға ныҡ баҫым яһай. Ятаҡтың 5-се ҡатында доклиника бүлеген асып, шунда студенттар теоретик белемен практикала нығыта. Шулай уҡ спортты ла алға ҡуя, төрлө ярыштарҙа уҡыу йорто намыҫын яҡлаған ҡыҙҙар-егеттәрҙе махсус туҡландырыуҙы хәстәрләй.
Олоғайған һайын Әйүп Әҙеһәм улы ҡартатайҙарын һағынып иҫкә ала. Әсәһенең атаһы Ирназаров Абдрахман Сәфиулла улы Ырымбурҙа мәҙрәсәлә уҡыған. Эргә-тирәлә бик абруйлы кеше була, быуындар ултырта. Ҡартатаһы Ғайсиндар ғаиләһендә йәшәй. Тап ул Әйүп Әҙеһәм улын һәр ваҡыт ғәҙел булырға, алдашмаҫҡа, урлашмаҫҡа өйрәтә. Ҡартатаһы бил бирмәҫ көрәшсе булған.
-Ике ҡартатайым да оҙон ғүмер кисерҙе, ҡатышып йәшәнеләр. Икеһе лә сәләмәт тормош алып барҙы, ислам диненә тоғро булдылар. Миңә 7 йәш кенә булғанда Абдрахман ҡартайымды йәй көнө етәкләп, ҡыш көнө санаға ултыртып аяттарға, ауыҙ асыуҙарға алып йөрөнөм,--тип хәтирәлдәргә бирелә Әйүп Әҙеһәм улы.-Абдрахман ҡартатайым үҙе әҙерләгән ғәрәпсә яҙылған ҡәбер ташын һыйыр төкөп, ҡолатып ярғас, миңә--12 йәшлек малайға ҡәберемә таш ҡуй тип васыят әйтте. 14 йәшемдә ул баҡыйлыҡҡа күскәс васыятын үтәнем, Миндәхмәт ағайым хәҙрәтте Баймаҡтан барып алып килеп, ҡәберенә мәрмәрҙән һәйкәлташ ҡуйҙым. Шәфҡәт ҡустыма рәхмәт, ул да минең менән ҡуша йөрөнө. Атайымдың да ҡәберен үҙем кәртәләттем. Йыл һайын Шәфҡәт ҡустым менән Әлифә киленем атайҙың да, әсәйҙең дә, ҡартайымдың да ҡәберен рәтләп тора. Ҙур рәхмәт уларға! Ошо ҡулдарым һәм үҙемдең спортсы егәттәр ярҙамы менән 100-ҙән ашыу кешене ерләнем. Медучилище ветерандарының күбеһен һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙаттыҡ.
-Ғаиәлегеҙ тураһында айырым әйтеп үтегеҙ әле?—тинеп әңгәмәсемә.
-Үрҙә әйтеүемсә, Муллаҡай ауылы ҡыҙы Рәсимә Рамаҙан ҡыҙы Аҙнағолова менән 1975 йылдың 9 авгусында өйләнештек. Үҙемдең студентым ине. Спортсы ҡыҙға ярышҡа алып барған саҡта иғтибар иттем. Ҡайны-ҡәйнәм: ҡыҙыбыҙ йәш, әлегә кейәүгә бирмәйбеҙ тиһәләр ҙә, уй-вайына ҡуймай, уларҙың ихтирамын эш күрһәтеп яулап, өйләндем.
Йәш Ғайсиндар ғаиләһенә Сибайҙан 3 бүлмәле фатир бирәләр.
1976 йылда өлкән ҡыҙҙары Айгөл тыуа. Рәсимә Рамаҙан ҡыҙы үҙәк ҡала дауаханаһында башта фельдшер, аҙаҡ процедура кабинетында шәфҡәт туташы булып эшләй. 1980 йылда икенсе ҡыҙҙары Әлиә донъяға ауаз һала. Шул ваҡытта Ғайсиндар фатирҙарын шәхси йортҡа алмаштырып сыға. 2 һыйыр аҫрайҙар, ҡатыны ССМУ-ға крансы булып эшкә сыға. 1984 йылда кинйәкәйҙәре Миләүшә тыуа.
Ҡыҙҙарының өсөһө лә саңғыла йөрөй, Айгөл менән Әлиә “Гөлдәр” ансамблендә шөғөлләнеп Германияға барып ҡайта. Әйүп Әҙеһәм улы үҙе лә йәш сағында ҡаланың Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йортонда Дамир Мәзитов етәкләгән халыҡ театрында шөғөлләнә, бейеү ансамблендә бейей.
Ғайсиндарҙың өс ҡыҙы ла мәктәпте миҙалға тамамлай. Айгөл БДУ-ла психолог-социолог һөнәрен үҙләштерә, Әлиә, Миләүшә Магнитогорск ҡалаһының Носов исемендәге университетында белем ала. Әлиә иҡтисадсы-маркетолог, Миләүшә эколог. Өс ҡыҙҙары ла Өфөлә йәшәй. Айгөл Хөкүмәт ҡармағында эшләй, Әлиә инглиз теле тәрәндән өйрәтелгән бер нисә балалар баҡсаһы тота Миләүшәләре республика экология үҙәгендә эшләй. Ғайсиндарҙың 4 ейәне-Азамат, Искәндәр, Асҡар, Батыр һәм Джәмилә исемле 1 ейәнсәрҙәре бар. Әлиәнең улдары Асҡар менән Искәндәр--игеҙәктәр. Асҡар велотректар эшләү оҫтаһы, Ҡазанда уҡый. Искәндәр шахмат буйынса алдынғы. Кейәүҙәрен дә Әйүп Әҙеһәм улы маҡтап телгә ала. Бәләкәс ҡыҙының ире әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
-Ҡыҙҙарым аҡыллы, кейәүҙәрем һәйбәт. Әсәйҙәрен сит илгә ял итергә алып йөрөйҙәр, мин ундай сәйәхәттән баш тартып, үҙебеҙҙең яҡта ял итеүҙе хуп күрәм. Баймаҡ, Бөйрән райондарының хозур тәбиәғәтенә тиң ерҙәр юҡ, минеңсә.
Йорттары ярында гөрләтеп баҡса үҫтерәбеҙ. 4-се баҡсала ер участкабыҙ бар,--тип һөйләй хеҙмәт ветераны хаҡлы ялда ла буш ултырмауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алып.-Абдархман ҡартатайым өйрәткәнсә йәшәнем, уның өйрәткәндәренән тайпылманым. Яуызлыҡ менән түгел, кешелекле, изгелекле булыуың менән алдыр тип тә өйрәтте ҡартатайым. Шулай эшләнем дә. Кеше таш менән атһа ла, аш менән аттым. Хеҙмәтте һөйҙөм, эштән ҡурҡманым. Ике ҡыҙыма өй һалдым.
Әйүп Әҙеһәм улы 2014 йылда хаҡлы ялда. Уҡыу йорттарына эшкә саҡырһалар, ваҡыты-ваҡыты менән килешеү буйынса барып, төрлө хужалыҡ эштәрен эшләй.
-Мин үҙ ғүмеремдә яҡшылап ял да итә алманым. Йәй лагерҙа булһам, көҙ уҡыу башланыу менән студенттар менән ҡуша совхоз-колхоздарға ярҙам итергә ебәрерҙәр ине. Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура райондарында уңышты йыйып алырға ярҙам иттек. Ауыл хужалыҡтарын беҙ эшсе көс менән тәьмин итһәк, улар беҙгә училище, ятаҡ төҙөлөшөндә ярҙам күрһәтте. Тағы шуны әйтер инем, эшләгән осорҙа бер тапҡыр ҙа больничныйҙа булманым,--ти Әйүп Әҙеһәм улы.
1 октябрь—Ололар көнөндә ҡаланың Балалар ижады үҙәгендә үткән һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандарын тәбрикләү сараһында Әйүп Ғайсинға юбилейы уңайынан Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профкомының Почет грамотаһын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар.
-Үҙәк ҡала дауаханаһының профком рәйесе Басир Шәрипов үҙ бурысын намыҫ менән башҡара. Уның менән 30 йылдан ашыу бергә эшләнек. Уға һәр ваҡыт ярыштар уҙғарышырға ярҙам иттем. Үҙе лә ярыштарҙа ҡатнашты. Ул да заманында Стәрлетамаҡ физкультура техникумында уҡыған. Шуға ла спортты ярата,--тине ветеран, ҡыуанып.-Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ көстәре менән шәп концерт ҡуйҙы. “Көмөш йәштәр” вокаль ансамблендә сығыш яһаусылар араһында Сибай медицина училищеһын тамамлаусылар бик күп. Басир Марат улы лә ансамблдә йырлай. Профессионалдарҙан кәм йырламайҙар, сәхнә кейемдәре сағыу. Беҙгә, ололарға ихтирам, иғтибар күрһәткәндәре өсөн үҙәк дауахана етәкселегенә, профком ойошмаһына ҙур рәхмәт! Күрешлек, аралаштыҡ, күңел астыҡ. Барыһы ла ныҡ оҡшаны.
Гөлдәр Ҡадаева.