«Сихри хәтирәләр моңон хәтерләтә
Гүзәл йәшлегебеҙ юлдары.
Ҡайтауаздар булып уйылып ҡалды
Күңелдәрҙә студент йылдары...»
Тәбиғәттең нәфислеккә төрөнгән ошо көндәрендә мәртәбәле сараға—Сибай педагогия училищеһын тамамлауға 55 йыл тулыуын билдәләргә йыйылдыҡ. Оло юбилейҙы ойоштороусылар ошо уҡыу йортоноң ветеран-уҡытыусыһы, әүҙем йәмәғәтсе, сағыу шәхес Светлана Кинйәбай ҡыҙы Аҙнабаева һәм оҫта алып барыусы Таңһылыу Әшираф ҡыҙы Мөхәмәткужина ине.
Осрашыу программаһы ентекле әҙерләнгән. Педагогия колледжының әлеге ваҡыттағы директоры менән яҡындан аралашыу, урындағы музей экспонаттары менән танышыу ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ә инде уҡыу йортоноң ихатаһында 1970 йылда тамамлаусылар тарафынан ултыртылған исемле шыршылар шәп иҫтәлекле ваҡиға булды!
«Төплө белем, матур тәрбиә биргән, аң-зиһен өләшкән, тормошта көслө рухлы кеше булып йәшәргә өйрәткән, ауыр һынауҙар алдында ла баҙап ҡалмай, сабырлыҡҡа, ныҡышмалылыҡҡа өндәгән, изгелеккә ҡоролған үҙ-ара кешеләр менән аралашыу этикетына юл күрһәтеүсе талапсан Уҡытыусыларыбыҙҙы һәм, әлбиттә, ошо уҡыу йортона нигеҙ һалыусы оҫта етәксе, иҫ киткес аҡыллы тәүге директорыбыҙ, легендар Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловты оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ»,—бына шундай юғары баһа һүҙ тотоусы һәр дуҫтарымдың телендә яңғыраны.
Уҡытыусыларыбыҙҙын йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Хеҙмәт эшмәкәрлегебеҙҙә лә, тормош-көнитмешебеҙҙә лә сағыу шәхестәр булып балҡынык, быҫҡып йәшәү рәүешен ҡабул итмәнек, йәмәғәт эшен төптән егелеп тарттыҡ, маҡсаттарыбыҙ аныҡ, уй-ниәттәр тормошҡа ашырлыҡ булды.
Әле лә ошоғаса бер-беребеҙгә дуҫтарса мөнәсәбәтте юғалтмай, хәл-әхүәлдәрҙе белешеп аралашып йәшәйбеҙ. Был осрашыуға килеүгә лә бер-беребеҙгә юл мәшәҡәттәрендә ярҙам итә-итә йыйылдыҡ.
Сибайҙын «Урал аръяғы» шифаханаһында ойошторолған бер тәүлек ял күңел торошо боҙға шифалы дауа булып ҡалды.
Мәүлиха Өмөтҡужина.
Әбйәлил районы.