Ул профсоюз етәксеһе булған осорҙа «Орленок» лагерында бөтәһе 72 заезд ойошторола. Һәр заезда 250-шәр бала ял иткәндә лә атайым эшләгән осорҙа 18 мең баланы йәйге ял менән тәьмин иткән. Цифрҙар теле менән әйткәндә уның эшенең күләме ап-асыҡ күҙ алдына килә.
Бөтәһе өсөн дә ул ихтирамлы, ғәҙел һәм мега-яуаплы Фәрғәт Зиннур улы. Беҙҙең өсөн ул –атай. Беҙ--балалары уны шулай атайбыҙ. Атай—ул тимәк ғаилә тотҡаһы. Беҙҙең авторитет. Сикһеҙ яратҡан кешебеҙ. Һәм уның ҙур, йылы йөрәгендә бөтәбеҙгә лә урын етерлек.
Улар әсәйем – мәғариф ветераны, сәсәниә Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы Әхмәтова менән бер көндө – 12 июндә тыуған. Тик йәш араларында бер йыл айырма бар. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте лә беҙҙең өсөн оло үрнәк.
Былтыр мин атайыма: «Һин кәмендә 100 йәшкә ҡәҙәр йәшәргә тейешһең»,--тинем.
Сөнки минең өсөн көндә шылтыратып: «Һаумы, ҡыҙым!»--тигән яғымлы һүҙҙәрен ишетеү был тормошта иң мөһиме.
Тыуған көнөң, юбилейың менән, атай! Әйҙә һине барса ҡала халҡы ҡотлаһын! Сибайҙы бит һеҙ төҙөнөгөҙ.
Зөһрә Сәйетҡолова Башҡортостандың атҡаҙанған мәғлүмәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре
фото Сәйетҡоловтарҙың шәхси архивынан