19 йәшендә генә Сыңғыҙ ауылына килен булып төшөп, 37 йәшендә 5 балаһы менән тол ҡалған Рәйлә Сафа ҡыҙы Әхмәтова бөгөнгө көндә ауылда күптәрҙең яратҡан еңгәһе, үрнәк булырҙай инәй, хәстәрлекле хужабикә, яғымлы әсә һәм өләсәй.
—Ул бер кемгә лә һыр бирмәне, балаларымды яттар күҙенә ҡаратмайым тип ҡабат тормошҡа ла сыҡманы. Кәртә-ҡураһы малдан, ҡош-ҡорттан өҙөлмәне, ике аҙна һайын бер дебет шәл өлгөртөп һатып аҡса эшләне. Өй тулы гәзит-журнал булды, кистәрен ғаиләбеҙ менән йығылып ятып китап уҡый торғайныҡ. Әсәйем өлкәнәйһә лә һаман да китап уҡый, хәленән килгәнсә гәзит-журналдарға ла яҙыла, йоманы ҡалдырмай мәсеткә йөрөй. Беҙ барыһы өсөн дә уға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ,—ти балалары.
Әле 74-се йәшен ҡыуалаусы Рәйлә Сафа ҡыҙының ҡулынан орсоҡ төшмәй. Бөгөн беҙгә уның нәҡ орсоҡ «уйнатып» ултырған видеояҙмаһы килеп эләкте. Унда Рәйлә инәй ҡәҙерле кешеһенең йырлағанын тыңлай-тыңлай йөн иләй.
1992 йылда әсәһе Нәфисә Әбделғәни ҡыҙы Ғәниеваның йырлағанын кассетаға яҙҙырып алған булғандар. Ғәзиз кешеһенең баҡыйлыҡҡа күсеүенә 32 йыл үтһә лә, уның тауышы яҡындарына танһыҡ, күңелдәренә йылылыҡ бирә. Был кассета Ғәниевтар нәҫеленең яратҡан моңон, яратҡан йырын һаҡлай.
—Кассетаға йырын яҙҙырғанда өләсәйебеҙгә 69 йәш булған... Ярай әле һаҡланған, бөгөн ул беҙҙең өсөн матур бер иҫтәлек,—ти ейәнсәрҙәре.
Шәп иҫтәлек шулаймы? Ә һеҙҙә ҡәҙерлеләрегеҙҙән ниндәй ҡәҙерле иҫтәлек һаҡлана?