Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
9 Декабрь , 22:50

Туғандарым ваҡыт тапманы

... Ҡаты ғына ауырып китеп баш ҡалала дауаханала ятып ҡайтылды. Барғас, бер нисә көндән көндәр һыуытты ла ҡуйҙы. Ә мин йылы кейемдәремде алмағанмын. Шунан бер туғандарымдың балалары күбеһе ошо ҡалала булғаны иҫкә төшөп, шылтырата башланым. Миңә йылы кейем һатып алып килеп китә алмаҫтармы, аҡсаһын бирәм, тип. 8 баланың береһе бушаманы бит әй.Бөтәһе лә эшләй ҙә, йә уҡый.

Туғандарым ваҡыт тапманы
Туғандарым ваҡыт тапманы


Гамажһыҙ төнөн генә түгел, көндөҙ ҙә өшөтә ине шул. Аптырап бер медсестра менән һөйләштем. Уныһы 3 көндән генә киләм, туғандарығыҙ тиҙерәк алып килмәһә, алып килермен тине.
Шулай тағы өс көн дауамында өшөп йөрөргә күнгәйнем генә. Ят номер шылтырата.
Күршемдең Өфөлә уҡып йөрөгән ҡыҙы булып сыҡты.
Әсәйемдән ишеткәйнем, больницаға эләккәнегеҙ икән Өфөгә. Хәлдәрегеҙ нисек инәй, берәй нәмә кәрәкмәйме?- тип һорай.
Уңайһыҙ булһа ла йылы гамаж тураһында әйттем инде. Ярай инәй хәҙер үк алып килермен, дәрестәрем бөтөп ҡайтып ҡына торам, ти.
Ысынлап та, шул көнө үк алып килеп китте, рәхмәт яуғыры ҡыҙ. Гамаж ғына түгел, сәйгә күстәнәстәр ҙә алып килгән.
Үҙе Черниковкала ятаҡта йәшәй икән. Шунан алып килеп еткән бит әле. Ҡосаҡлап, илап тороп рәхмәт әйттем инде. Гамажһыҙ өшөп ятҡанды берәйһенән ишетеп шылтыраттыңмы әллә тип һорайым аптырап, юҡ, шул хәлдәрегеҙҙе белешәйем әле тип шылтыратҡайным, әсәйҙән номерығыҙҙы алып тей.
Үҙ туғандарымдың балалары яҡында йәшәп тороп алып килмәгәндә, был ҡыҙ әллә ҡайҙан килеп еткән.
Аҙаҡ бәлки килеп хәлде белеп китерҙәр икән тиһәм, береһе лә, исмаһам, килеп китмәне...
Ә теге күрше ҡыҙ бер аҙна үткәс тағын шылтырата, инәй берәй нәмә кәрәкмәйме тағы тип.
Кипятильниклы бүлмәләш әбей ҡайтып киткәйне, бүлмәлә хәҙер сәй эсеп булмай, шул кипятильник һатып алып килһәң шәп булыр ине тейем.
Алып килде әй, өс магазинға инеп, саҡ таптым тей.
Ауылға ҡайтҡанында күршем ауылдан миңә тип ҡаймаҡ, бал, пирожкилар һалып ебәргән, шулар менән ҡуша алып килде.
Шулай иптәштәр, туғандарға ҡарағанда, ҡайһы саҡта үҙ күршеләрең яҡыныраҡ булып сыға икән.
Яңы йылға ҡайтҡанында Алла бирһә, күршемдең алсаҡ ҡыҙына бүләк эшләйем әле. Шул тиклем ярҙам итте.
А.апайығыҙ

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: