Ирекмәндәр исеменән ҡорбан салдырыу идеяһын әүҙемсе Илүзә Йәнтүрина тәҡдим итә. Уның һүҙен Һаҡмар ауылынан Радик һәм Зөһрә Арғынбаевтар ғаиләһе ҡеүәтләй һәм ҡорбан итеп салырға бер һарыҡ бирә. 22 ноябрь көнө салынған ҡорбанлыҡтың бер өлөшө Баймаҡ ҡалаһы мәсетенә, икенсе өлөшө Темәс психоневрология интернатына тапшырылған.
-Аллаға мең шөкөр, ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк еңеү яулап, имен-һау тыуған яҡҡа теүәл, иҫән ҡайтыуҙарына ниәтләп салдырылған ҡорбандың тарата торған өлөшөн мохтаждарға таратып, ҡалған өсөнсө өлөшөн штабта әүҙемселәребеҙгә бешереп ашаттыҡ. Ошо сауаплы эштә ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ,--ти Илүзә Шәрифйән ҡыҙы.-Шулай уҡ ваҡыттары менән иҫәпләшеп тормай, штабҡа даими килеп, күҙ нурҙарын түгеп, маскировкалау селтәре үреүсе уңған гүзәл заттарыбыҙға, ауылдарҙан, ҡаланан яугирҙәргә тәғәйенләп, әйберҙәр, аҙыҡ-түлек алып килеүселәргә, аҡсалата ярҙам ебәреүселәргә лә ихлас күңелдән рәхмәт. Төбәк халҡы изге ярҙам йәки берҙәмлек көсө менән генә дошманды еңеп булғанды бик яҡшы аңлай.
Әйткәндәй, Баймаҡ ҡалаһында һәм районында ирекмәндәр хәрәкәте 2020 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Иң тәүгеләрҙән булып уны Гөлназ Булат ҡыҙы Хафизова, Илүзә Шәрифән ҡыҙы Йәнтүрина, Миңлегөл Мөхәмәтҡужа ҡыҙы Ҡоланбаева, Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева, Гөлназ Хәкимйән ҡыҙы Заманова, Әлмирә Зәйләғи ҡыҙы Әбдрәшитовалар ойоштороп, башлап ебәрә. Махсус хәрби операция башланғас, улар эшмәкәрлеген тағы ла йәнләндереп ебәрә һәм барлыҡ көсөн еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлтә.
Быйыл август айында иһә Баймаҡ ҡалаһы Әлибаев урамының 53-сө йортонда ирекмәндәр штабы булдырыла.
-Штаб донъяны сағыуыраҡ һәм изгелегерәк итергә әҙер булған һәр кемде берләштерә. Яугирҙарға ярҙам итеп, беҙ үҙебеҙгә лә кешелеклерәк булырға ярҙам итәбеҙ. Еңеү бары тик шулай ғына киләсәк. Дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә һәм яугирҙәребеҙгә, уларҙың туғандарына ярҙам итергә әҙер булған һәр кемде беҙгә ҡушылырға саҡырабыҙ,--тип тә өҫтәне Илүзә Йәнтүрина.
Гөлдәр Ҡадаева.
фото Илүзә Йәнтүрина