Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
26 Сентябрь , 15:00

Сабыйҙар күңелен аңлаусы

Бала иламай, үҙ теләге менән балалар баҡсаһына бара икән-был ата-әсәләр өсөн ҙур ҡыуаныс. Сабыйҙың балалар баҡсаһына ҙур теләк менән барыуының сәбәптәренең береһе—төркөмдәге тәрбиәсеһен оҡшатыуы. Кескәйҙәрҙең нескә, саф күңеле тәрбиәсенең эшен яратып башҡарыуын шунда уҡ һиҙә. Ата-әсәһенән айырылып ҡалған кескәй баланы ят мөхиттә аңлаусы, йыуатыусы, ярҙамсы, әйҙәүсе--бары тик тәрбиәсе. Шундай тәрбиәселәрҙең береһе-- Әлфиә Әхмәтзәкир Ильясова Сибай ҡалаһының "Әкиәт" бала үҫеше үҙәге-балалар баҡсаһында эшләй.

Сабыйҙар күңелен аңлаусы
Сабыйҙар күңелен аңлаусы

Ул яратҡан эшенә 30 йылдан ашыу тоғро хеҙмәткәр. 1985 йылда Белорет педагогик училищеһын бөткәндән һуң, хеҙмәт юлын тәрбиәсе булып башлай. Ошо дәүер эсендә ябай тәрбиәсенән баҡса мөдире вазифаһына ҡәҙәр үрләй.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға бағышланған намыҫлы хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнығы" билдәһе менән баһаланған. "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә кескәйҙәр менән бик күп эш башҡарған педагог йәштәрҙең алмаштырғыһыҙ остазы ла.

Әлфиә Әхмәтзәкир ҡыҙы әсәһе, оҙаҡ йылдар Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылының балалар баҡсаһында тәрбиәсе, мөдир булып эшләгән Ғәзимә Сәғит ҡыҙы Иҙрисованан күреп педагог һөнәрен һайлай.

Ябай, позитив ҡарашлы, ышаныслы, талапсан, аҡыллы, тура һүҙле, ғәҙел тәрбиәсене балалар ҙа, коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә бик ярата, ихтирам итә.

-Баланың күңелен асыр өсөн, уны ысын күңелдән яратырға кәрәк,--ти тәжрибәле тәрбиәсе Әлфиә Әхмәтзәкир ҡыҙы. 

Эшендә абруйлы тәрбиәсе шәхси тормошонда ла бәхетле ҡатын-ҡыҙ. Ике ҡыҙы тормошоноң биҙәге булһа, ейәнсәр-ейәндәре уның дауамы. Оло йәштәге әсәһе, һеңлеләре, яҡындары, туғандары--ныҡлы терәге. Егәрлелеге менән дә алдыра: күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, гөрләтеп баҡса үҫтерә.

Беҙ--йәштәр Әлфиә Әхмәтзәкир ҡыҙынан үрнәк алып, уның кеүек эшләргә, йәшәргә тырышабыҙ.

Айгөл Исҡужина, тәрбиәсе.

Сабыйҙар күңелен аңлаусы
Сабыйҙар күңелен аңлаусы
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: