Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
30 Июль , 15:20

Тапмаған ҡыҙым иҫемдән сыҡмай...

...31 йыл элек мин дә баламды үлтерҙем. Ғумерлек ғазабым. 17 йәш кенә ине. Армиянан ҡайтҡан егет менән йөрөй башланым. Өйҙә эсеп ятҡан үгәй әсәй менән атай булғас, һөйөүгә бик мохтаж инем. Ул егет мине ярата тип уйланым.

Тапмаған ҡыҙым иҫемдән сыҡмай...
Тапмаған ҡыҙым иҫемдән сыҡмай...

Ул саҡтарҙа эске бик көслө ине, йәштәр ныҡ эстеләр. Ул да иптәш егете менән бик йыш ҡына эсеп киләләр ине. Беренсе танышҡанда айныҡ килеш үҙен әйбәт итеп күрһәткәс, ул эсеүҙәренә иғтибар бирмәнем. Беренсе тапҡыр көсләп тигәндәй алды. Мин уны юғалтыуҙан ҡурҡтым. Бик закомплексованный инем, кейергә кейемдәрем дә насар ғына ине, шуға уның ҡоло булырға ла риза булғанмындыр. Аҙаҡ көн аша тигәндәй ҡабатланды. Ауырлы икәнемде белгәс икенсе ҡыҙ менән йөрөй башланы. Мин берәүгә лә әйтмәнем. Тик мәңге йәшерер сер түгел бит. Атайымдар белеп ҡалдылар. Бик ныҡ тауыш булды. Үҙҙәренең айҙар буйы эсеп ятҡандары өсөн оялмаһалар ҙа, минең ауырлы булыуым улар өсөн бик ҙур хурлыҡ булып сыҡты. Әсәйем яғынан олатайыма ҡасып киттем. Эй бала, нимә эшләргә белмәй ҡаңғырған инде. Унан ауылыбыҙҙың врачы килеп алды. Әрләй әрләй мине гинекологияға алып барып һалды. Икенсе көнөнә атайым айнымаған да килеш килеп бала менән ҡайтып та йөрөмә тип сығып китте. Миңә шул саҡ, ауыл балаһына бер йылы һүҙ әйткән кеше булманы. Врачтар ҡысҡыра ҡысҡыра нимәләрҙер яҙҙылар, ҡул ҡуйҙырҙылар. Мин туҡтамай иланым ғына. Янымдағы апай ғына тынысландырып ҡарай, ашамай эсмәй тик яттым.25-26 Аҙналыҡ ауырымды алдылар.Ул ҡыҙыма хәҙер 31 йәш булыр ине. Нисек шулай һаҡлай алманым, ниңә башымды алып сығып китмәгәнмен, илдә сәпсек үлмәҫ ине бит. Хәҙер инде ҡыҙым, ике улым бар. Йәнем өҙөлөп тора шул балаларым өсөн. Тик беренсе ҡыҙым иҫемдән сыҡмай.

Мәғлүмәт һәм фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: