Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
10 Апрель , 11:45

ИҒТИБАР - ҘУР БҮЛӘК

Күгиҙелдәр Түбә ҡарттар йортона күстәнәстәр алып барған! Үәт, афарин!

ИҒТИБАР - ҘУР БҮЛӘК
ИҒТИБАР - ҘУР БҮЛӘК

Беҙ бөгөн ошо һүҙҙәргә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Ураҙа байрамы алдынан Түбә ауылындағы ҡарттар йортона күстәнәстәр алып барыу маҡсаты менән юлға сыҡтыҡ беҙ. Беҙ тигәнем- Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сания апай Манапова, ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы Фирүзә апай Янбаева, ветерандар ойошмаһы етәксеһе Әхәт ағай Урмантаев, ауыл депутаты Ғәзиз Фәттәхов һәм китапханасы Әлиә Даутбаева. Алдан һорашып белеүебеҙсә ҡарттар йортонда 57 тәрбиәләнеүсе йәшәй.
Ҡарттар йорто тупһаһында төрлө яҙмышлы кешеләр. Балалары иҫән-һау булып та яҙмыш ҡосағына ташланғандары бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Берәүҙәр яңғыҙ һәм үҙ аллы йәшәүгә яраҡһыҙ, кемдер йәшәү урынһыҙ ҡалған. Беҙҙең килеүебеҙгә ихлас ҡыуандылар улар. Ғәлиә Тимерйән ҡыҙы бик матур ҡаршы алды. Сания Әхмәтзыя ҡыҙы тәрбиәләнеүселәрҙе етеп килгән Ураҙа байрамы менән ҡотланы. Һәр береһенә тип инселәп алып килгән күстәнәстәребеҙҙе тараттыҡ. Ул күстәнәстәр ауыл халҡынан мәсеткә тип бирелгән фитыр аҡсаһынан эшләнде. Шулай уҡ китаптар бүләк иттек. Әхәт ағай гармуны менән йырлағанда күптәр күҙ йәштәренә күмелде. Уларҙың илауҙарына беҙҙең дә күҙгә йәштәр тулды.
Ҡарттар йорто... Бында ҡартлыҡ йәшәй... Ҡартлыҡ хөкөм һөрә... уның үҙенә генә хас еҫе бар, һауаһы ла икенсе... Һүнгән , йөрәктәрҙе тетрәндергес ҡараштар бында.Ниндәйҙер йән өшөткөс тынлыҡ була ҡайһы берҙә... Ҡайһы ваҡыт әкрен генә сыҡҡан тауыштар, ыңғырашыуҙар, һөйләнеүҙәр... Бында икенсе донья, тәрлө- төрлө яҙмышлы әбейҙәр-бабайҙар...
Һүҙ аҙағында шуны әйтке килә: атай-әсәйҙәребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, иғтибарҙан айырмайыҡ, уларға йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек. Ҡәҙерле кешеләребеҙҙең күңеле бөтөн, рухтары яҡты булһа, киләсәк донъябыҙ ҙа имен булыр, иншаллаһ!

Әлиә Дауытбаева ,

Күгиҙел ауылы китапханасыһы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: