Бала саҡтан ҡунаҡҡа йөрөргә яратманым. Әсәйҙәр бер ҡайҙа барыр булһа, ҡустым: "Мин дә барам", -тиер ине. Ә мин, киреһенсә, мине алып барып ҡына ҡуймаһындар, тип шым ултыра торғайным Шуға каникулдарым да башлыса ауылда - ата-әсәй янында үтте.
Шулай ҙа һирәкләп булһа ла бара инем өләсәйҙәргә... Уныһында ла өләсәйҙәрҙең тәҙрәһенән алыҫтағы тауға ҡарап: "Һәрешҡужа күренәме икән?" - тип уйланып торғаным иҫтә. (Һәрешҡужа - тыуған ауылымдағы тау).
Һирәк барһам да ҡыҙыҡлы, мажаралы мәлдәрҙе күңелемдә һаҡлайым. Тәү ҡат дискотекаға сыҡҡан, тиңдәш туғандарым менән ен - йән саҡырып алйотланған үҫмерлек йылдарым ошонда үтте бит.
Өләсәйҙең тупылдатып һөйгәнен иҫләмәйем. Ҡатыраҡ, уҫалыраҡ ине шикелле. Гел эш менән булышты. Тик ултырғанын күрмәнем. Атлаһа аҙымдары етеҙ ине. Эшкә ныҡ шәп, сос булды. Һәр саҡ өйө таҙа, мейесе ап - аҡ итеп аҡланған, самауыры шыжлап ултыра, тәмлекәстәре бешкән... Хәҙер әсәйемә, әсәйемдең өс һеңлеһенә ҡарайым да уларҙа өләсәйҙең һыҙаттарын табам: барыһы ла эшкә сос.
Ҡартатайым көләс, ҡыҙыҡ кеше булһа, өләсәй етди ине... Әйткәндәй, ҡартатайым 24 йәшендә 23 йәшлек Дәүләкән ҡыҙын Баймаҡҡа алып ҡайта. Килен булып төшкән еренә таштай батып, ҡартатайҙы юғалтҡас та Баймаҡ еренә— ҡартатай менән нигеҙ ҡорған өйөнә тоғро булып ҡалды. Үҙе иҫән саҡта, яңы йорт күтәрәбеҙ тиһәләр ҙә, шул өйҙө емертмәне... Был да шул тоғролоҡ билгеһелер инде...
Балаларын эйәле - башлы итеп бөткәс, ҡартатай менән өләсәй икәү йәшәне. Беҙ, ейән -ейәнсәрҙәре, алмаш - тилмәш бара инек. Ҙур өйҙәренән тыш, бәләкәй өйҙәре булды. Унда мейес, урындыҡ, өҫтәл, һауыт - һаба өсөн элеүле йәтеш шкаф һәм 1-2 ултырғыс булды.Йәтеш кенә тәҙрәһе бар. Унда сәскәле генә матур ҡорған һәм һул яғында радио элеүле тора. Соланында газ плитаһы ултырҙы. Шунда өләсәй тәмлекәстәр бешерә ине. Ниңәлер ҡыҙҙырылған картуфы һаман иҫтә😄Әллә картуф яратҡанға 😄
Бер мәл ошо бәләкәй өйҙә йоҡларға булдылар. Миңә 8-9 йәш булғандыр. Ҙур өйгә яңғыҙ инеп ятырға ҡурҡам. Ә урындыҡта миңә урын юҡ. Үҙҙәре урындыҡҡа ятты ла миңә иҙәнгә урын һалдылар. Төнөн һаташып торғанмын да ҡартатайҙың юрғандан сығып ятҡан аяғын тотҡанмын 😄😄 Шул саҡ ҡартатайым:
--Фәниә, күҙеңде асып ҡына ҡара әле, кемдер минең аяҡты тота, - ти икән😄
Өләсәйем тороп, мине бисмилла итеп кире һалып йөрөгәндә уянып киттем😄
Хәҙер уйлайым да көлөп ҡуям: ҡартатайым бигерәк ҡыҙыҡ, шаян, шуҡ кеше булды шул. Миңә исемләп өндәшер булһа, тәүҙә һигеҙ балаһының исемен теҙә, унан бер нисә ейәнсәренең исемен әйтә, унан килеп күрше малай Айсыуаҡтың исемен "һөйрәп" сығара ла: "һәәәй, кем әле исемең, әй Рәғиҙә", - тип ҡуйыр ине😄😄😄Бер ейәнсәренең дә исеме Рәғиҙә түгел былай!!!😄Шулай мин ҡартатай өсөн Рәғиҙә булдым😄
Иң күңеллеһе алмағас, сейә, муйыл үҫкән баҡсаларында, ҡоштар сутылдашҡанын тыңлай - тыңлай сәй эсеү ине... Ожмахҡа тиң бер урын һымаҡ күҙ алдында тора. Өләсәйем тәмле итеп самауыр сәйе яһар ине, ҡартатайым өҫтәлгә - үҙе һығып алған татлы балға яҡынлаған себендәрҙе "кәзәәә" тип ҡыуыр ине лә, себенгә кәзә тип әйтеүен үҙе ҡыҙыҡ күреп, күҙен ҡыҫа биреп, кеткелдәп көлөр ине...
Эхх...Ғүмер ҡыҫҡа ғына бер мәл икән... Бөгөн кеше бар, иртәгә юҡ...
фото: