Бер ваҡыт, йылға арьяғы, Ҡазихан ағайҙың ҡатыны Маһира еңгә килеп керҙе.
--Уй, Алла, -- тине, -- нишләп өйөңә яҡмайһың?
--Еңгә, яндыра алмайым, утын сей.
Шунан еңгә йүгереп сығып китмәһенме?! Ҡабат йүгереп килеп инде лә:
--Ҡайҙа ул утынығыҙ?—ти.
--Ана бит, урамда яталар һуҙылышып.
-Ҡоро утынығыҙ юҡмы ней ?
⁃ Юҡ, еңгә, ошо ғына.
⁃ Ниңә, Ғайса лесник түгелме ней?
⁃ Лесник тә ул, әле лесник түгел, Өфөгә уҡырға, сессияға китте, лесникка имтихан бирергә.
Шунан Маһира еңгәм туҙҙырып, Ҡаранйылғаны бер генә ырғып һикереп ҡайтып китмәһенме. Ярты сәғәт үтеүгә улар Ҡазихан ағай менән икәүләп бер бәләкәй ағас санаға шыңғырлап торған ҡоп- ҡоро утын һөйрәп килтерҙеләр. Ул утынды, сыра урынына ғына тотоноп, лесник сессиянан ҡайтҡансы еткерҙем. Теге, төкөрөгөн сығарған сей утын нимә эшләһен, сыра булғас , янды инде. Ошо хәтирәләр минең ғүмерлеккә иҫемдә ҡалды, 40 йылдар үтеп киткән, ғүмер тигәнең. Маһира еңгә менән Ҡазихан ағайға рәхмәт инде. Был әкиәт түгел, был булған хәл.
Әлфирә Кейекбаева, 15 август, 2023 йыл.