Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
17 Апрель 2023, 09:00

“Атайсал” табыштырҙы

Беҙҙең гәзит күптән инде Урал аръяғы төбәге халҡын берләштереүсе ижтимағи-сәйәси баҫма булып танылған. Уның аша кешеләр яңылыҡ белеп, төбәк һулышын тойоп ҡына ҡалмай, хатта табыша ла. Һеҙҙең иғтибарға ҡыҙыҡлы тарих бәйән итмәксебеҙ. 

“Атайсал” табыштырҙы
“Атайсал” табыштырҙы

-2022 йылда тормошомда ғәжәйеп хәл булды. “Атайсал” гәзитенең 23 сентябрҙәге 38-се һанында сыҡҡан Кәримә Усманованың “Ҡартлыҡтағы бәхет—иң ҙурыһы” мәҡәләһендә Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Мәмбәтова (Күсәкова) Кинйәбикә һәм уның ире Фәрит тураһында яҙылған ине. Оло йәштәге ҡатында Темәс педучилищеһенда бергән уҡыған йәшлек әхирәтем Бикәне (Кинйәбикәне) төҫмөрләп, уны ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Бишенсе тапҡыр уҡығанда ирем почтальон да булып эшләне тигән һүҙгә ныҡлы иғтибар иттем. Темәс педагогия училищеһын тамамлап икенсе йыл ғына эшләп йөрөгәндә Аҡъярға ике туған апайыма барғанда Кинйәбикәләргә һуғылғайныҡ. Шунда бер йәш кеше гәзит-журналдарҙы тәкләй ине. “Был егет Кинйәбикәнеке кейәү, почтальон булып эшләй”,--тигәйне әсәһе. Ә әхирәтемде тап итә алманыҡ. Әммә почтальон һүҙе иҫтә ҡалған. Һәр ваҡыт: “Кинйәбикә нисек, ҡайҙа йәшәй икән? “--тип уйландым. Атайсалда мәҡләне уҡығас, уның хаҡында бөтә нәмәне лә белдем. Мәҡәлә авторы Кәримә Усмановаға ҙур рәхмәт! Гәзит хеҙмәткәрҙәренә шылтыратыуым булды Кинйәбикәнең телефон номерын да табып бирҙеләр. Шулай итеп бергә уҡыған һәм бергә йәшәгән йәшлек әхирәтем менән табыштыҡ. Хәҙер көндә шылтырашып хәл белешеп торабыҙ.

...1956 йылда Темәс педагогия училищеһының дүртенсе курс студенттары уҡыу йортоноң һуңғы сығарылышы булдыҡ. Темәстә уҡыу йорто ябылды, беҙҙән бәләкәй курста уҡығандарҙы башҡа училищеларға тараттылар. Уҡыған саҡта беҙҙең 4 Б төркөмө татыу булды. 32 кеше бер-беребеҙҙе ихтирам иттек, бер матур ғаилә кеүек булып йәшәнек һәм уҡыныҡ. Ҡулдарыбыҙға диплом алғас, йүнәлтмә буйынса төрлө ерҙәргә таралдыҡ. Күбеһе Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарына уҡытыусы булып эшләргә юлланды. Училище белеме менән генә сикләнмәнек, юғары уҡыу йорттарын тамамланыҡ. Хатта ҡайһы берәүҙәр икешәр институт тамамланы. Шулар иҫәбендә мин дә Башҡорт дәүләт университетында һәм Свердловск институтында уҡып ике юғары белемгә эйә булып, Сибай коррекцион мәктәбендә эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Тырышып эшләнек, төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булдыҡ. Йәш тә бара, хәҙер ул ваҡыттағы ҡыҙҙар-егеттәргә 87 йәш, күптәребеҙ баҡыйлыҡҡа күсеп бөттө. Шулай ҙа ҡалған тере иптәштәр менән аралашҡы, һөйләшке килә. Бына шулай ҡарт көнөбәҙҙә табыштыҡ. Бала, йәш саҡтағы ваҡыттар мәңге хәтерҙә икән. Темәстә уҡыған ваҡытта һаман һағынып иҫкә алабыҙ,--тип яҙған беҙгә РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы Зәйтүнә Билалова.

Зәйтүнә Рамаҙан ҡыҙы Хәйбулла яғына юлығыҙ төшһә әхирәтемә күстәнәс, бүләктәр ебәрәм тигәс, уның теләгенә ҡаршы килмәнек һәм Мәмбәттә булғанда Кинйәбикә Мәмбәтоваларға инеп сыҡтыҡ. Беҙ барғанда йорт хужалары яҡындарын йыйып аят ашы үткәрә ине. Кинйәбикә инәй әхирәте ебәргән тәм-томдо шунда уҡ табынға ҡуйҙы, сумка төбөнән бүләктәрен сығарып күрһәтте. Үҙе лә яуап итеп Зәйтүнә Рамаҙан ҡыҙына күсәнәс һалды.

Бына шулай яҡшы ай, яҡшы көндә оло кешеләрҙе ҡыуандырғанға, улар араһына күпер һалғанға үҙебеҙ ҙә ифрат шатландыҡ.

 

“Атайсал” табыштырҙы
“Атайсал” табыштырҙы
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: