Беҙ бала саҡта ауылдарҙа бөтә кеше лә бер төрлөрәк көн итте: ағастан яһалған йорт йыһаздары урындыҡ, шкаф, түңәрәк, йә шаҡмаҡ өҫтәл булды.
Сәйҙе мотлаҡ урындыҡта, самауыр артында ултырып эстек.
Кешеләрҙең ул ваҡытта ҡиммәтле әйбер алырға аҡсаһы ла булмағандыр, аҡсаһы барҙа әйбере булмай йонсотто. Берәү берәүҙе тикшермәй, асыуланмай, ҡулынан килгән тиклем бер-береһенә ярҙам итеп донъя көттөләр. Һәр өйҙә 5-6 бала, ҡайһыларҙа унан да күберәк ине. Ауылыбыҙҙың йәме лә шул күп балалы ғаиләләр булды. Хәҙер оло йәшкә еткәс, уйлап ҡарайым да ниндәй бәхетле булғанбыҙ—бер татыу ғаилә балалары кеүек үҫкәнбеҙ. Күбеһе хәҙер был яҡты донъяла юҡ та.
Һүҙем Йылайыр районының Һабыр ауылында барлыҡа килгән иң беренсе заманса техника хаҡында. Ауылға ҡайтарылған тәүге телевизор бала-саға өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә ҙур яңылыҡ—сенсация булды. Һөйләп ултырған йәшникте Ҡадаев Сәйфетдин ағай Өфөнән дуҫы Уралов Әхмәт ағай аша Латвияла эшләнгән “Веста” маркалы телевизор һатып алып ҡайтты. Ул ауылда абруйлы кеше ине, бригадир, депутат, ауыл советында рәйес булып эшләне. Яңылыҡ бөтә ауылға таралды. Сәйфетдин ағайҙың ҡыҙы Асия Ҡадаева: “Телевизорҙы 1967-1968 йылдарҙа алдыҡ. Уны Атанғолов Сәғәҙей ағай “Белорусь” тракторында район үҙәгенән алып ҡайтты. Иҫләүемсә, хаҡы 140 һум ине. Ҙур ғына пластмасса корпуслы ине. Шәмсетдин ауылынан 30-40 метрлыҡ ҡарағай алып ҡайтып бөтә ауыл халҡы менән антенна күтәрҙе. Телевизор күрһәтә башлағанда һуғыш тураһында кино бара ине,--тип хәтерләй.-Баймаҡ ҡалаһынан яңылыҡтар тапшырыуы күрһәтелә. Канал берәү генә. 1968 йыл ауылға көндөҙгө электр уты үткәс, төнгә тиклем ҡарай башланыҡ. Төнгө сәғәт 2 тирәһендә Швеция, Норвегия, Канада менән беҙҙекеләр хоккей уйнап ярыша. Күрше ир-ат, малай-шалай, бөтәһе лә беҙҙә. Советтар Союзы командаһы гол индерһә, өй эсе гөрһөлдәп китә. Йоҡо оса. Атай ҙа, әсәй ҙә телевизор ҡарарға килгән кешеләргә һуҡранмай, урта ишекте яба ла йоҡларға ята.
Көндөҙ фигуралы шыуыу йәки берәй кино булһа ҡыҙҙар, малайҙар Ҡадаевтарҙың өйөнә тула. Унда 1-2 сәғәт ултырып ҡарайбыҙ. Иҙәнгә теҙелешеп ултырабыҙ, соландары аяҡ кейеме менән тула. Ниндәй киң күңелле ғаилә булған, үҙҙәренең 4 балаһы бар ине. Ҡартәсәйҙәре Сабирә инәй мәрхүмә һәр ваҡыт йылмайып ҡына йөрөнө, әсәйҙәре матур йөҙлө Зәлифә апайҙың буй-һыны һаман күҙ алдында тора.
Хәҙерге көндә уларҙың ғаиләһенән ике кеше иҫән-һау.
Ауылдағы тәүге һыуытҡыс та ошо ғаиләлә барлыҡҡа килде. Күрше-тирәнең һөт ҡаймағына ла һыуытҡыстарында һәр ваҡыт урын таптылар. Тәүге шариклы ручканы мәктәпкә алып барғас, уҡытыусыбыҙ Әмир Ғатаулла улы: “Киләсәк заман ручкаһы был”,--тип әйтеүен Асия Ҡадаева асыҡ хәтерләйем ти.
Асия Сәйфетдин ҡыҙы әлеге көндә ғаиләһе менән Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһында йәшәй. Ауылдаштары менән тығыҙ бәйләнеш тота. Туғанлыҡ ептәрен өҙмәгән, яҡындары араһында хөрмәт ҡаҙанған әүҙем ҡатын-ҡыҙ ул. Ҡул эштәренә лә оҫта. Һыҙғы ауылында ҙур шәжәрә байрамы үткәрергә ярҙам иткәне өсөн Йылайыр районы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Клара Урыҙбаева.
Баймаҡ ҡалаһы.