Үҙем оло йәшкә етһәм дә өләсәйемдең : "Әй, Аллам, яҡтылыҡтан ғына мәхрүм итмә инде"—тип йыш теләгәнен хәтерләйем.
Бер көн иртән уның кәйефе төшкәнен күреп, янында өйөрөлөп- сөйөрөлөп йөрөнөм, төрлө һорауҙар биреп йонсоттом. Өләсәйем мине ҡосағына алды ла ураҡҡа ҡырҡылған ороло усы менән сәстәремдән һыйпап, илап ебәрҙе.
—Эй, балаҡайым, Хоҙай ғүмер биргәс, электр лампаһын да күрергә насип булды,—тине ауыр уфтанып.—Һеҙ балалар матур тормошта йәшәйһегеҙ , Хоҙай үҙегеҙгә бәхет кенә бирһен инде. ...Әсәйең эшкә бик шәпле, йылмайғанда ике бите соҡорланып торған, шоморт күҙле, иҫ киткес матур ҡыҙ ине.
Үҫеп килгән сағы. Бер шулай, көн кискә ауышҡан мәлдә, Йәмилә апаһы: "Күршеләрҙән үтескә кәрәсин һорап алып килһәң, шау сәскәле ишек шаршауынан күлдәк тегеп кейҙерәм"—тигәс, Мәүлиҙәм, күбәләктәй осоп, күршеләргә йомошҡа сығып йүгерә. Тик бахырҡай йомошон йомошлай алмағас, ирекһеҙҙән соланда ҡалай кәнсирҙә ултырған кәрәсинде урлап уртлай ҙа, өйгә табан йүгерә. Ел ҡапҡа янына килеп етеүенә, ҡаршыһына Хәкимә туғаны осрай. Шаярып ҡыҙҙың биленә төртөп ебәрә. Ҡытығы килеүҙән Мәүлиҙәм "пырх" итеп көлөп ебәрә. Көлгәнендә уртындағы кәрәсинден яртыһы ергә түгелә, ә ҡалғанын йота.
Балаҡайым, әллә тамағы әсетеүҙән, әллә матур күлдәк кейеү бәхетенә ирешә алмауына әрнеп, көнө буйы иланы.
Дүрт бала атаһы—һинең олатайың һуғыштан әйләнеп ҡайтманы, үле хәбәре лә килмәне, ғәйеп булды. Ауыр мәлдә яңғыҙыма балалар үҫтерергә тура килде. Ана шул ауыр тормошто иҫкә алһам, эсем бошоп китә. Мөмкин булһа балаҡайҙарыма иң ҡәҙерле кейемдәремде сисеп кейҙерер инем, ләкин мөмкинлек юҡлығы ғына үкенесле. Юҡсылыкта, аслыҡта үҫте балаҡайҙарым,—тип яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә бошондо өләсәйем...
....Бер уртлам кәрәсин урлаған ҡыҙ—85 йәшлек әсәйем шау сәскәле күлдәген кейеп, ҡаршымда йөн иләп ултыра.
Дилара Мәхмүтдинова.