Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
19 Март 2023, 21:40

НИМӘГӘ РӘХМӘТЛЕҺЕҢ, ШУЛ АРТЫП КИЛӘ!

 Бөгөнгө һаулығыбыҙға рәхмәт! Һыҙлап торған урындар еңеләйер, тән һәм йән сәләмәтләнер. Көтөлмәгән сир-сырхау ҡағылмай үтер. Ғаилә именлегенә рәхмәт! Яҡындарыбыҙ иҫән булыу күңел бөтөнлөгөн һаҡлай. Өйөбөҙгә һәр тарафтан бәхет-һөйөнөс килер. Булған тиклем аҡсабыҙға рәхмәт! "Юҡ бит, нимәһенә әйтергә?" тиергә түгел, ә килеп кергәненә рәхмәт әйтергә. Күберәк килер юлдары асылыр. Яныбыҙҙағы кешеләрҙең мөхәббәтенә, дуҫлығына рәхмәт! Үҙеңде кәрәкле тойоу, яратып-яратылып йәшәү ҡиммәт. Был тойғолар тағы ла нығыныр.❤️ Хәйерле, матур тормошобоҙға рәхмәт! Ул тағы ла уңышлыраҡ, бәхетлерәк булыр!✅ Нимә теләйбеҙ шул хаҡта көнөнә өс тапҡыр рәхмәт әйтһәк, ул ғәҙәтебеҙгә инә. Әкренләп ул арта бара, арта бара. Аҙаҡ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, һәр ваҡиғаға рәхмәт әйтергә өйрәнәбеҙ.✅ Тик бер көн рәхмәт әйтеп, иртәгәһенә һөҙөмтә көтөү дөрөҫ түгел. Мотлаҡ нимәлер өмөт итеп, автоматик ҡабатлау ҙа ярамай. Ул ихлас йөрәктән ҙур ҡәнәғәтлек менән әйтелергә тейеш. Ошо хәлеңде яратырға, тағы ла ҙурыраҡ ғәмәлдәргә ниәт итергә кәрәк. Бер нисә ай шуны һынап ҡарағыҙ. Һөҙөмтәлә һеҙ теләгәндәр алдығыҙға артып килер. Рәхмәтле булайыҡ! /Светлана Насырова/

НИМӘГӘ РӘХМӘТЛЕҺЕҢ, ШУЛ АРТЫП КИЛӘ!
НИМӘГӘ РӘХМӘТЛЕҺЕҢ, ШУЛ АРТЫП КИЛӘ!

Матур йырҙар башҡарыусы, шиғырҙар авторы, аҫыл башҡорт ҡыҙҙарының береһе Светлана Насырова фекере менән килешәһегеҙме? 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: