Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
16 Март 2023, 14:00

ЯҠТЫЛЫҠҠА ТАБАН

Өләсәйем һәр саҡ тәҙрә төбөнә йә һуған ҡуйҙы, йә берәй һауытҡа ботаҡтар индереп ҡуя ине... Уның тәҙрә төбө берҙе лә үләнһеҙ булманы... Улары йәшел булып, үҙенсә өйгә йәм бирҙе. Үҙе көйләй-көйләй йә ҡоймаҡ ҡоя, йә ҡамыр баҫа, йә һалма йәйә... Ҡайһы саҡ тәҙрә төбөндәге шул йәшел үләненә оҙаҡ ҡарап тора торғайны... Бер түҙмәй һораным: —Өләсәй, һине гел күҙәтеп барам: тәҙрә төбөнә үлән ултыртмаған йылың юҡ, шунда ҡарайһың да тораһың...

ЯҠТЫЛЫҠҠА ТАБАН
ЯҠТЫЛЫҠҠА ТАБАН
 
—Уларға ҡарап көс алам. Күрәһеңме яҡтыға үрелеп үҫәләр. Нәҙек кенә, нескә генә үлән дә яҡтылыҡҡа ынтыла һәм барыбер ҙурайып китә. Беҙ ҙә шулай һәр саҡ яҡтылыҡҡа ынтылырға тейеш!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: