Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
22 Февраль 2023, 10:00

ӘСӘЙҺЕҘ ҠАЛҒАН ҠЫҘҘАР

Эҙләп таптым. Барһам, атаһы ғына өйҙә, ҡыҙҙар юҡ... Йөрәгем жыу итеп китте. Мин бит Италия һынлы Италиянан ошо етем ҡыҙҙарҙы күрәйем, ярҙам итәйем тип ҡайттым!"Ҡайҙа ҡыҙҙар?" - булды тәүге һорауым. - "Приютҡа алып киттеләр.

ӘСӘЙҺЕҘ ҠАЛҒАН ҠЫҘҘАР
ӘСӘЙҺЕҘ ҠАЛҒАН ҠЫҘҘАР

Әсәйһеҙ ҡалған балалар. Италияла йәшәгән саҡта интернет селтәренән үҙебеҙҙәге гәзит - журналдарҙы уҡып, тыуған илдең һулышын, халыҡтың көн-күрешен күҙәтеп барҙым. Бер көндө иғтибарымды Баймаҡ гәзитендәге мәҡәлә йәлеп итте. " Әсәйһеҙ ҡалған балаларҙы атайҙары ҡарай..." Ҡайтырға мәл етте. Мин тағы шул мәҡәләне иҫкә төшөрҙөм. Италиянан ҡайтҡас, Өфөлә бер аҙ булдым да, Баймаҡ яҡтарына, ауылдағы үҙемдең өйөмә юл тоттом. Уйымда тик ошо ҡыҙҙар ғына булды. нисек тә ошо ҡыҙҙарҙы эҙләп табыу, уларға хәлемдән килгәнсе ярҙам итеү теләге менән, мәҡәләлә курһәтелгән ауылға юл тоттом.

Беренсе ғәмәл
Эҙләп таптым. Барһам, атаһы ғына өйҙә, ҡыҙҙар юҡ... Йөрәгем жыу итеп китте. Мин бит Италия һынлы Италиянан ошо етем ҡыҙҙарҙы күрәйем, ярҙам итәйем тип ҡайттым!
"Ҡайҙа ҡыҙҙар?" - булды тәүге һорауым. - "Приютҡа алып киттеләр. - "Ҡайҙа, кемдәр, нишләп?" - "Эййй, ауылда күрәлмаусылар бар ҙа инде. Ана шул гәзиткә мине маҡтап мәҡәлә яҙғайнылар, кешегә шул оҡшаманы. Мине эсә тип жалоба яҙғандар, Баймаҡтан килеп, балаларымды тартып алдылар. Мин ҡайҙан эсәйем ти инде? - тип атай кеше илауланы. — Балаларымды барып алырға ине, мин бит эсмәйем, просто кеше күрә алмай. Юлға, машинаға аҡса тапһам, ҡыҙҙарымды һис шикһеҙ барып алам! Унда ҡыҙҙарым илаша!" - тип минең йомшаҡ күңелемде ҡуҙғытып ебәрҙе. Атай кешенең өҙгөлөнәүен күреп, уға ярҙам итеү теләге тағы ла көсәйҙе. Ҡыҙҙарҙың береһенә 4, икенсеһенә 5 кенә йәш. Аталары ҡыҙҙары өсөн йән атып тора, һағынған, приютта ҡыҙҙарға ла рәхәт түгелдер, моғайын..."
Хәлдәрен белдем, аңланым. Мин ошо ауылда йәшәгән таныштарымды күреп, ауыл халҡынан да мәғлүмәт тупланым. Яуаптарҙың төрлөһө булды. Ситуацияны аңлап, етем ҡыҙҙарҙың ниндәй хәлгә тарығандарын күреп, бәйләнештә булыр өсөн ирекәйҙен телефон номерын алып, ауылыма ҡайтып киттем.


Икенсе ғәмәл
Ҡыҙҙарҙың атаһына эскәнме юҡмы икәнлеген белер өсөн, көн һайын шылтыратып, хәлен һорашып торҙом, үҙемсә ул ирекәйҙе күҙәтеү аҫтына алдым. Уның уй- ниәтен дә белергә кәрәк ине миңә, был да мөһим. Уның ҡыҙҙарын барып күреү, уларҙы юллап өйөнә алып ҡайтыу теләге мине тағы алға, яңы һөжүмгә этәрҙе...
Действие 3. Мин тағы сәфәргә юлландым. Алдан һөйләшелгәнсә, тәғәйенләнгән көндө мин уның янына килдем. Машина яллап, бергәләп Баймаҡҡа килдек. Ҡыҙҙарҙы алыу өсөн администрация юлын тапаныҡ, кәрәкле кабинеттарҙы үтеп, ҡыҙҙарҙы алыу өсөн ғариза яҙык. Атай кеше менән полиция алдында ла разборка булып алды, уны аҡлап маташтым, уның “эсмәйем“ тигән һүҙенә атланып, миңә лә уға ышаныс күрһәтергә тура килде. Администрациянан юллама алып килеп сыҡҡас, күңелебеҙ елкенеп, эшләгән эштәребеҙгә ҡыуанышып, балаларҙы алырға приютҡа ҡарай Хәйбулла яҡтарына сығып киттек.
Шоферыбыҙ ауылдашым Фәйзрахман һүҙгә әүәҫ кеше булып сыҡты, үҙе шаян да икән! Юлда ул төрлө ҡалыптар, булған хәлдәрҙе һөйләп көлдөрҙө, уның ҡыҙыҡлы мажараларын тыңлауы үҙе бер кинәнес ине. Һандуғас апайҙың улы бит ул! Эх, иҫән сағында нишләп Һандуғас апайҙың тарихын яҙып алып ҡалмағанмын икән? Уның һөйләр тарихы күп ине. Тыуған яҡтан гел ситтә йөрөлдө шул, ауылда өй һатып алғас ҡына был яҡтарға юл асылды.


Өсөнсө ғәмәл
Йәйҙең күркәм мәле, хәтфә болонлоҡтар ҡул болғай. Сит илдән ҡайтып, мин рәхәтләнеп тыуған яҡ киңлектәрен байҡап, үҙ телемдәге хәбәрҙе диҡҡәт менән тыңлап киләм. Күңелгә рәхәт. Арыуыҡ ара икән. Бына килеп еттек. Приютҡа индек. Бер мөйөштә бошоноооп ҡына ултырған ике ҡыҙсыҡ илашып, ҡыуанышып, аталарының ҡосағына ташланды. Атай кеше лә балауыҙ һығып алды, минең дә күҙҙәргә йәш тулды. Бәхетле осрашыу. Ярай әле балаларҙың атайҙары иҫән! Бигерәк тә балалар тыуған ауылын, тәтәйҙәрен һағынғандыр, уларҙың самый уйнап сағы бит...
Балаларҙы ҡараған тәрбиәселәргә рәхмәт әйтеп, беҙ ҡайтыр юлға боролдоҡ. Приютта ҡалған тағы 5-6 баланы йәлләп, күңелем тулышты. Улар : "Минең дә әсәйемә әйтегеҙ, беҙҙе лә килеп алһыыын... - тип күңелһеҙ ҡарап тороп ҡалдылар...
Эх, тормош, беҙ уйлағанса ғына булһа ине... Ата- әсәнең эсеүе балаларҙы бәхетһеҙ итә шул...


Дүртенсе ғәмәл
Ҡайтыу. Машинаға инеп ултырғас та һораулы ҡараш ташлап, ҡыҙҙар миңә текәлде. Мин улар менән бергә артта ултырҙым. Һығып-һығып икеһен дә косаҡланым, баштарынан һыйпаным. Эй, рәхәт ине. Ошо мәлдә минән дә бәхетле кеше юҡ ине донъяла! Бына бит ул, бәхеттең дә ниндәйе бит әле!
Бәхет— ошондай бәхетле минуттарҙан ҡоршалалыр...
Ҡыҙсыҡтар һынап та, ҡыуанып та миңә һыйынды. Ә күҙҙәре... рәхмәт менән бағалар ине. Кешене бәхетле итеүҙән дә оло бәхет юҡтыр ул, бигерәк тә балаларҙы.
Ошондай ыңғай тәҫораттарҙа сәфәребеҙ дауам итте. Атай кешенең дә күңеле шат ине, тауышында бойоғоу өндәре юҡҡа сыҡты. Ул хәҙер көлөп нимәлер һөйләй, алда Фәйзрахман менән нимә тураһындалыр сөкөрҙәшәләр. Ә артта минең ҡыҙҙар менән үҙ донъябыҙ донъя. Шофер кинәт икенсе юлға боролдо. "Әйҙәгеҙ әле мин ҡыҙҙарҙы ер- һыу күрһатеп, икенсе юлдан алып ҡайтайым!" Эй күңелле сәфәребеҙ, һәммәбеҙҙең дә күңеле бөтөн. Шулай ҙа күңелебеҙ булып, хаж ҡылғандай таҙарынып, ауылыбыҙға ҡайтып еттек.

Бишенсе ғәмәл
Мин ҡыҙҙарҙы атаһы менән бергә үҙемә ауылға ҡунаҡҡа саҡырҙым. Атаһы: "Балаларҙы мунса төшөрөп, йыуындырып, бер аҙ хәл алғандан һуң алып килермен" - тине. Мин көттөм. Бына көткән мәл килеп етте. Атай кеше ҡыҙҙарҙы алып килде. Мин аш һалып, уларҙы көтөп алдым. Эй йәмле Һаҡмар буйҙары! Беҙ ҡыҙҙар менән Һаҡмарҙа һыу инеп килгәнсе, аталары урамдағы байтаҡ эштәремде эшләп ҡуйған уныһы ла миңә ҙур ярҙам. Балаларҙы бер аҙнаға миндә ҡалдырып, мунсамды йүнәтәһе бар тип, ул ҡайтып китте. Мин ҡыҙҙарым менән һыу буйынан ҡайтманым, һыу индек, ҡомда уйнаныҡ, кистәрен улар түтәлдәремә уйынсыҡ лейка менән һыу ҡойошто. Бына шулай бер аҙна үтеп тә китте.
Йәй тамам. Мин Өфөгә юлландым.

Алтынсы ғәмәл

Ҡыш етте. Мин мәктәптә уҡытып йөрөйөм. Яңы йыл алды. Ҡыҙҙарҙың атаһына шылтыраттым: "Яңы йылға ҡыҙҙарҙы Өфөгә алып кил, үҙең килә алмаһаң, белгән таксисты ебәрәм, ҡыҙҙарыңды ултыртып булһа ла ебәр. "Ярай,"- булды яуабы. Мин ҡанатланып- осоп яңы йылға ҡунаҡтар көтә башланым. Өй түренә купшы шыршы инеп тә ҡунакланы. Ҡыҙҙарға ҡыш бабай бүләктәре алып, шыршы аҫтына ҡуйылды. Тағы шылтыратам, "Ней, ҡыҙҙарҙың балалар баҡсаһында утреннигы, береһенеке мәктәптә, шунан һуң алып килермен" Мин ризалаштым. Яңы йылға ҡунаҡтар көтәм. Таксист менән алдан һөйләшеп ҡйҙым. Һөйләшелгән көн килеп етте. Таксист: "Мин бер көн алдан барып, ауылда йоҡлайым, чтобы таңдан юлға сығыр өсөн. Кискеһен уларға барып, ваҡытын алдан һөйләшергә кәрәк, иртәрәк торһондар. Ҡышҡы юл, иртәрәк юлға сығырға кәрәк булыр. "Таксист кискеһен өйҙәренә барып, иртәнсәк нисәлә юлға сығыу ваҡытын алдан һөйлашеп ҡуйҙы. Миңә тағы шылтыратып: Все, беҙ уның менән һөйләштек, иртәгә таңдан юлға сығабыҙ," тине.
Иртән таң менән миңә таксист тағы шылтырата: " Ул кеше ней ишеген асмай! Туҡылдатып та, тәҙрә шаҡып та ҡарайым, нимә эшләргә хәҙер? Ярты сәғәт йөрөйөм уже" тине мышнап. Бынан осоп барып етерҙәй булдым, аптырашта ҡалдым. Нишләргә? Бында ятып мин нимә ҡыла алам? "Бер аҙ көтөңкөрә һуң, йоҡлайҙарҙыр..." тинем.
Таксист көтөңкөрәһә лә, ҡабат - ҡабат туҡылдатһа ла, ишек асылманы... Таксист: “Уны кисә кис эскән тейҙәр ине, өйөндә ҡасып ята. Барырға уйын булһа ишеген асып ине! Миңә хәҙер нишләргә? Клиенттарһыҙ тороп ҡалдым бит! Лучше бы других взял!" - тип ул үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе. Мин уға аҡса күсерҙем дә, ғәфү үтенеп, трубканы һалдым...
Яңы йыл шулай ҡыҙҙарһыҙ ғына үтте. Үҙҙәрен өҙөлөп көткән кеше барлығын улар белмәнеләр ҙә, һиҙмәнеләр ҙә... Йәйгеһен дә башҡаса миңең яныма ауылға килмәнеләр... Аталары ебәрмәне. Әммә улар миңә берҙәй яҡын, ғәзиз. Рәзинә һәм Рәзилә исемле ҡыҙҙарым минең күңелем түрендә һаман. Тормош алда бар әле...


Тәнзилә Кейекбаева, Дубай.

Фото: 1zoom.ru

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: