Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
17 Февраль 2023, 09:40

Сибайҙа йәшәүсе Ишһылыу Яныбаеваға 100 йәш!

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Ишһылыу Рамаҙан ҡыҙы Яныбаеваға 20 февралдә 100 йәш тула. Бер быуат ғүмер кисергән инәй беҙҙе шәхси йорто ҡапҡаһын үҙе асып ҡаршы алды, ҡыңғырыу тауышын ишеткәс, күлдәксән генә килеп сыҡҡан. Оло инәйҙең 100 йәштә үҙ аңында булыуы, үҙ аяғында йөрөүе һоҡландырҙы.

Сибайҙа йәшәүсе Ишһылыу Яныбаеваға 100 йәш!
Сибайҙа йәшәүсе Ишһылыу Яныбаеваға 100 йәш!

Үткәндәрен теҙеп һөйләне: ул Баймаҡ районының Таһир ауылында 1923 йылдың һыуығайында донъяға килгән. Ғаиләһендә 4 ир бала араһындағы берҙән-бер ҡыҙ булған. Атаһы Рамаҙан Йәньюлдашев Үзбәкстан яғында тыуған. Иртә етем ҡалған малайҙы Таһирҙағы инәһе тәрбиәгә алған, ошонда уҡып, һөнәр алып, өйләнеп донъя көткән. Үзбәкстан яҡтарындағы туғандарына йыш йөрөгән, шул ваҡытта гел Ишһылыуҙы үҙе менән алған. Шулай атаһынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөгән ҡыҙ рус телен яҡшы үҙләштергән. Ауыл мәктәбендә 7 класс тамамлаған. Буй еткергән ҡыҙға күрше Күгиҙел ауылы егете, фронтовик Фәүәриз Әбүзәкир улы Яныбаев яусы ебәрә. Йәштәр өйләнешеп матур итеп донъя көтөп алып китә, икеһе лә колхозда эшләй. Яныбаевтар 1959 йылда Сибай ҡалаһына килеп төпләнә. Ире Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатына быраулаусы булып эшкә урынлаша. Ҡатынына өйҙә ултыр тиһә лә, ул да ОРС базаһына йүнәлә.

-Бала саҡта ауыр операция кисергәнгә күрәлер инде, беҙгә бала һөйөү бәхете теймәне. Шулай ҙа балаһыҙ түгелмен: ҡустыларымдың (улар инде береһе лә иҫән түгел) балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре, бабайымдың туғандары—минең иң ҡәҙерле кешеләрем. Әле ейәнем Фәрит менән киленем Гөлфиә менән торам,--тип һөйләй инәй, тормошонан ҡәнәғәт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.

Ире менән улар башта ҡалала фатирҙа йәшәһә, аҙаҡ уны йортҡа алыштырып баҙар яғына күсәләр. Баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәп ятҡанда бабайы донъя ҡуя. Унан инде бер туған ҡустыһының улы Иршат менән килене Тәғзимә Йәньюлдашевтар инәйҙе үҙ ҡанаты аҫтына ала. Фәрит ейәне шул Йәньюлдашевтарҙың улы ла инде.

-Балаларым мин тип өҙөлөп тора. Гөлфиә киленем инәй нимә ашайһың тиһә, сусҡа, айыу башы бешермәһәң булды, ҡалғаны бара, тием. Мунса төшөрә, керемде йыуа,ауырып китһәм дауалай. Тәғзимә киленем--теш табибы, ул инде сәләмәтлегемде ҡайғыртып ҡына тора,--тип яҡшы баҡҡандарын һөйләп килештерә алмай.-Бәхетлеләр күптән баҡыйлыҡҡа китеп бөттө, мин генә йәшәп тик ятам. Ауылда ла, бында ла минең тиңдәштәр береһе лә юҡ. Былай оҙаҡ йәшәрмен, тип уйламаным. Шулай ҙа Аллаһ Тәғәлә биргән ғүмергә ризамын. Үҙ быуатымда нимә генә күрмәнем: яҡшыһы ла, михнәте лә, бәхете лә, ҡайғыһы ла күп булды. Тик бына ҡартайтып әрәм итте, төҫ-баш китте, аҡыл-зиһен тарҡалды.

Шулай тиһә лә инәй әллә ҡасанғыларҙы ваҡиғаларҙы иҫләй. Фотоальбомын һөйрәп сығарып иҫке фотоларға ҡарап, хәтирәләргә бирелеп алды, бабайым шул тиклем яҡшы кеше булды, ҡаҡманы-һуҡманы, уның һымаҡ шәп кеше юҡ был донъяла, тип хәләлен маҡтаны. Ишһылыу Рамаҙан ҡыҙының тауышы көр, күҙе күрә, ҡолағы ла бик яҡшы булмаһа ла ҡысҡырып һөйләшһәң ишетә.

Йөҙйәшәр инәйҙе оло ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! Тән, йән сәләмәтлеге, тыныс ҡартлыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: