Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
5 Февраль 2023, 22:35

103 йәшен билдәләне!

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев бөгөн үҙенең сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылыҡ тураһында хәбәр итә.«Тыл ветераны, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны, Семеновский шахтаһы ветераны Әлибаева Кәримә Ямалетдин ҡыҙы 103 йәшен билдәләй. Көләс йөҙлө, аҡыллы Кәримә инәй, яҙмыштың бөтә ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, тормошто ярата һәм һәр яңы көндө Алла бүләге итеп ҡабул итә. Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын, бөтә ауырыуҙар ҙа кешеләрҙе урап үтһен өсөн арымай-талмай доға ҡыла», — ти муниципалитет башлығы.

103 йәшен билдәләне!
103 йәшен билдәләне!

Йөҙйәшәр инәй, хеҙмәт ветераны булған ҡыҙы Миңямал менән йәшәй. Әсәһен ул мөхәббәт һәм йылылыҡ менән тәрбиәләй. «Беҙ Кәримә инәйгә сәләмәтлек, туғандары хәстәрендә шатлыҡ-ҡыуаныс кисереп йәшәүен теләйбеҙ», — тип ҡотлаған Фәнис Әминев.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: