Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
12 Ғинуар 2023, 09:50

БӨЙӨКЛӨГӨ ЯБАЙЛЫҠТА ИНЕ

Инде таҡмаҡтар башланып "Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң исемдәре Мортаза..." тигән еренә барып еткәс, тулҡынланыуҙан һүҙҙәрен онотоп "шып" туҡтаныҡ та ҡуйҙыҡ. Ағайыбыҙ аҙ ғына көтөп торҙо ла "Эййй, сысҡан төшкән уртаға" - тиеп йырлап уртаға төшөп бейеп алды ла китте.

БӨЙӨКЛӨГӨ ЯБАЙЛЫҠТА ИНЕ
БӨЙӨКЛӨГӨ ЯБАЙЛЫҠТА ИНЕ

Эх бик йәл... Алтын бағаналар ауа... Бик яҡшы, ябай, итәғәтле, шул уҡ ваҡытта бөйөк тә Кеше булды Мортаза Ғөбәйҙулла улы. Бәхил бул, тыныс йокла, йәндәрең йәннәттә булһын!
Һәр беребеҙҙең йөрәктәрҙә уйылып ҡалған эҙе бар Уның хаҡында. 
Хәтеремдә, ул етәкселек иткән осорҙа Шәжәрә байрамдары тергеҙелде бит инде. Шулай Таулыкай ауылының 400 йыллыҡ юбилей һәм ырыу-ара байрамында ғаиләбеҙ менән ҡатнашырға тура килде. Сценарий буйынса, Президентыбыҙ һәм хөрмәтле ҡунактар килеп төшөүгә тирмә янында сәхнәләштереү башлана һәм такмактар, бейеүҙәр китә.
Бына мөһабәт кәүҙәле ағайыбыҙ килеп инде. Сәхнәләштереү тамам. Инде таҡмаҡтар башланып "Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң исемдәре Мортаза..." тигән еренә барып еткәс, тулҡынланыуҙан һүҙҙәрен онотоп "шып" туҡтаныҡ та ҡуйҙыҡ. Ағайыбыҙ аҙ ғына көтөп торҙо ла "Эййй, сысҡан төшкән уртаға" - тиеп йырлап уртаға төшөп бейеп алды ла китте. Геү итеп ҡалған халыҡ тағы ла дәртләнеп китте, ҡултыҡлап бергәләп рәхәтләнеп бейене шунда. Уның ябайлығы, халыҡсан булыуы тағы ла һоҡландырҙы...
Йөрәктәрҙә мәңге һаҡларбыҙ! Иманы юлдаш булһын, бөйөк Башҡорт Улының!

Айгөл Фәйзуллина.

Сибай ҡалаһы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: