Шамонино ауылы халҡы бик дәррәү ярҙам итергә тотондо.Йорттоң икенсе ҡатын,ҡыйығын һүттеләр,янғындан ҡалған сүп -сарҙы сығарҙылар.Кисә өйҙөң ҡыйығын эшләй башланылар.Ир -егеттәрҙе ашатышырға ярҙамға ҡатын -ҡыҙҙар ҙа йыйылды.Мин дә,ҡасандыр Юлдаш радиоһы үткәргән бәйгелә Шамонино ауылы халҡы ярҙамы менән отоп алған самауырымды алып, өмәгә килдем.Үзбәк егете Рафиҡ былау бешерергә тип килеп еткән.Күршеләре бик татыу,уларҙың дуҫлығы тураһында гәзиттә лә яҙғайнылар,һәр береһе ярҙам итеп кенә торалар. Ҡадаевтарҙың тыуғандары ла, йыраҡ араны яҡын итеп, Баймаҡ,Хәйбулла,Йылайыр тарафтарынан килгәндәр.Ә ауылдаштарҙың ҡайһы береһе аҡсалата,аҙыҡ,кейем,йорт кәрәк -ярағы,техника менән ярҙам итте,күптәр иртә менән өмәгә ҡушылды.Берҙәм эш ырамлы ғына барҙы.Берҙәмлектә -көс,ти халҡыбыҙ.Ҡыш еткәнсе,моғайын,ғаилә үҙ йортона инә алыр.