АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
24 Октябрь 2022, 16:21

Әсәләр көтәләр улдарын...

           Ер-Әсә барлыҡ әсәләр менән бергә улдарын көтә. Ҡайтығыҙ, имен-аман әйләнеп ҡайтығыҙ!

Әсәләр көтәләр улдарын...
Әсәләр көтәләр улдарын...

      Европала бала ата-әсә өсөн 18  йәшкә саҡлы ғына бала икән ул. Ары көн күреүҙәре килешеү нигеҙендә юридик яҡтан көйләнә, бында инде аныҡ яҙылып үҙ-ара мөнәсәбәттәр яйға һалына, иҫәп-хисап мәсьәләләре иҫәпкә алына. Ғөмүмән бала ояһынан осоп сыҡҡан ҡош, ҡаянан ырғыт-ылған таш ише яҙмыш ҡосағына ташлана, көн итә аламы-юҡмы – быныһы инде уның шәхси эше.

     Ә беҙҙең халыҡ өсөн – бала бауыр ите, ғәзизебеҙгә ауыҙыбыҙға ҡапҡан һуңғы телемде өҙөп бирәбеҙ, өҙлөкһөҙ, көнө-төнө уны ғына ҡайғыртабыҙ, хәстәрләйбеҙ, өф итәбеҙ. Быуындан-быуын-ға шулай килгән, был - ҡаныбыҙға һеңгән көн итеү, хатта өҫтәп әйтер инем, тереклек итеү рәүеше. Башҡаса, икенсерәк булыуы мөмкин дә түгел.

     Европа беҙҙең өсөн үтә лә ят, ҡанундары - йән ҡабул итмәҫлек буталсыҡ, аңлайышһыҙ, сөнки беҙ икенсе мөхиттә, икенсе шарттарҙа тәрбиәләнгәнбеҙ.

    Бер кемен танымаһам, күрмәһәм-белмәһәм дә мобилизацияға алынған егеттәрҙе оҙатырға бар-ам. Шулай ғәҙәт иткәнмен.

      Кис. Шым-шырыҡлап ямғыр һибәләй. Йыйылыусылар күп кенә: кемеһе улын, кемеһе ирен, кемеһе яҡын танышын оҙата. Бер яҡ ситкәрәк 25-30 йәштәр самаһындағы әзмәүерҙәй кәүҙәле егет баҫҡан. Ул атлап киткәндә ерҙең биле һығылып китер төҫлө. Төйөнсәктәр эргәһендә ҡорҙай ғына кәүҙәле өлкән йәштәге ҡатын. Ул итәгенә ут ҡапҡандай унда-бында йүгермәләй, барып теге егет-тең куртка итәген тартҡылай-һыпыра, башындағы спорт кәпәсен төҙәтеп кейҙерә, ҡулдарынан тот-ҡолай:

            - Балам, ҡулың өшөп киткән бит, бирсәткәләрең ҡайҙа?

            - Кеҫәмдә, әсәй... – Егет уңайһыҙланғандай итеп тирә-яғына ҡарап алғылай.

            - Хәҙер үк кей! Бынау төйөнсәккә йылы ойоҡтар һалғанмын, шунда свитер, тағы шарф. Бынауһында өй икмәге, ҡаҙ ите, банка менән ҡаймаҡ. Бынауһында ҡурай еләге үәринйәһе. Төймәләреңде элмәй, муйының асыҡ йөрөгәс һиңә бит һыуыҡ тейә һалып бара. Тамағың ауыртһа, йә йүтәлләп китһәң шуны ҡайнар сәйеңә болғатып эсһәң бермә-бер килешер... Ҡайғырма, бесән-утыным етә, тиҙҙән мал да ҡураға инер, мин ни, илдә сәпсек үлмәй, нисек тә йәшәрмен... Көн һайын шылтыратып: “Әсәй, хәлем һәйбәт!” тиһәң тормошом көйләнер-яйланыр ҙа китер, ана шул һүҙҙәрең йәнемә дауа...

         Уңғансы хәрби марш уйнап ебәрҙеләр. Егет әсәһен ҡосағына ҡыҫып хушлашҡас төйөнсәктәр-ен артмаҡлап, ҡулдарына тотоп теҙелә башлаған сафҡа ашыҡты. Тиҙҙән уларҙы урынлаштырҙылар. Ҡуҙғалып киттеләр. Әсә улынан айырылғыһы килмәгәндәй автобус утының артынан эйәреп бер килке барҙы ла башын эйеп һорау билдәһеләй һерәйеп тороп ҡалды. Уттар алыҫлаша барып нөктәгә әүерелделәр ҙә бер аҙҙан бөтөнләй күҙҙән дә юғалдылар. Өшөгәндәй тәнем ҡалтырап ҡуйҙы, биттәрем буйлап һалҡын ямғыр тамсылары түбән һарҡтылар. Ая яҙмыш ошо баланы, әсәһен тормош ауырлыҡтарынан арындыр берүк. Юҡҡа ғына әсәне тыуған ер менән тиңләмәйҙәр. Ер-Әсә барлыҡ әсәләр менән бергә улдарын көтә. Ҡайтығыҙ, имен-аман әйләнеп ҡайтығыҙ!

Автор:Хайдар Тапаков