АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
10 Август 2022, 08:45

Йәмле йәйҙәрҙә бирәйек вәғәҙәләр һөйөү илендә мәңге ҡалырға...

Халҡыбыҙ таланттарының ижади хазиналары араһында мөхәббәт, матурлыҡ, ғашиҡлыҡ тураһында шиғырҙар күп. Шуларҙың бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ - улар йәмле йәйегеҙгә йылы хистәр өҫтәһен!

Йәмле йәйҙәрҙә бирәйек вәғәҙәләр һөйөү илендә мәңге ҡалырға...
Йәмле йәйҙәрҙә бирәйек вәғәҙәләр һөйөү илендә мәңге ҡалырға...

КӨТМӘГӘНДӘ ШУНДАЙ ҠЫҘҘАР ОСРАЙ...

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...
Алыҫ-алыҫ йондоҙ —
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдө лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел — ҡунағы...
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..

(1962 йыл)

* * *

Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең, -
Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.

Ә ҡалғаны - зәңгәр тулҡын һаны -
Йылдар упҡынында йотола.
Тәүге хистәр, тәүге кистәр генә
Ай серендә һаҡлап тотола.

Үткәне юҡ ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн,
Үпкәне юҡ, кисә үпһә лә...
Тик йырҙарға күскән тойғоларға
Упҡындар юҡ, йылдар үтһә лә!

(Рәми ҒАРИПОВ).

фото интернет селтәренән.

Автор:Гульдар Кадаева