Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
24 Июнь 2022, 09:30

Уҙаман

  Зиннур Ғөбәйҙулла улы, шул бәйгелә сабып барған арғымаҡтай йән бирҙең, бөгөлмәйенсә тура баҫып, ғорур ҡарап киттең. Йәнең йәннәттә булһын. Һеҙҙе башҡорт иле, башҡорт халҡы һис ҡасан онотмаҫ, күңел түрендә йөрөтөр!  

Уҙаман
Уҙаман

       Аяҡтар аҫтында ер убылдымы ни, Зиннур Ғөбәҙулла улы арабыҙҙа юҡ. Был хәбәрҙе ҡолаҡтар ишетһә лә аң ҡабул итмәй, күңел ышанмай. Нисек инде ер һелкетеп атлап, теттереп донъя көткән, һәр ваҡиғаның уртаһында йәшәгән кеше кисә бар ҙа бөгөн юҡ?! Ныҡ, бирешмәҫ кеше ине лә баһа, спортсмен ине, сәләмәт тормош алып барҙы.

Иҡтисад фәндәре докторы, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Зиннур Ғөбәҙулла улын Урал аръяғында ғына түгел, тотош Башҡортостанда, үҙен ысын башҡортҡа иҫәпләгән һәр кем белә һәм тәрән хөрмәт итә ине. Сибай ҡалаһы башлығы булып эшләгән осоронда ҡаланы өр яңынан төҙөнө, тип әйтһәк һис тә арттырыу булмаҫтыр. Шул осорҙа әллә күпме ҡатлы-ҡатлы йорттар ҡалҡып сыҡты, Сибай институты, филармония, сәнғәт колледжы, “Сулпан” балалар театры асылды, ҡала тура мәғәнәһендә Урал аръяғының башҡалаһына әүерелде. Үҙем шаһит түгел, әммә күп етәкселәрҙең һөйләүенә ҡарағанда ул хакимиәт оперативкаларын кабинетында түгел, төҙөлөш барған ерҙәрҙә, ҡала өсөн мөһим объекттарҙың янында үткәргән, етәкселәрҙән, яуаплы кешеләрҙән ҡағыҙҙарға ҡарап түгел, күҙҙәренә ҡарап һораған, яҡшы, сифатлы эш талап иткән. Таянған командаһы ла ныҡ көслө ине, Урал аръяғы райондарының башлыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләне, уның башлыҡтарҙың башлығы булып етәкселек итеүен моғайын бер кем дә инҡар итмәҫ. Шулай итеп ул ҡаланы ғына түгел тирә-яҡ райондар халҡын да ҡайғыртып йәшәне, уларҙың теләктәрен, талаптарын беренсе һәр саҡ, ҡайҙа ла урынға ҡуйҙы. Саҡ ҡына алға китеп шуны ла өҫтәйем әңгәмә ҡорған мәлендә уның былай тип әйткәндәре әле лә хәтерҙә: “Институт Урал аръяғы өсөн үтә лә кәрәк уҡыу йорто, сөнки унда эшсән халыҡ балаларына белем алыуы ҡулайлы, күпкә осһоҙға төшә, алыҫҡа йөрөйһө лә түгел, тағы уҡыуға алғанда иң әүәл уларҙың кеҫә яғын иҫәпкә алыу ҙа кәрәктер...” “Зиннур Ғөбәйҙуллович, һеҙҙең институт үҙе бер донъя, әйтер инем дәүләт эсендә дәүләт; сәсеүлек майҙандарығыҙ, йылҡыларығыҙ, бал ҡорттарығыҙ, техникағыҙ бар. Улар артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаймы?” – тип һораным. “Һуң студенттарҙы ашатырға кәрәк тә. Арзан хаҡҡа ашатырға!” – булды яуап. Ул гелән минең юбилейҙарымдың уртаһында булып табынымды йәмләне, уны мәртәбәле һәм абруйлы итте. 60 йәшлек юбилейымды үткәргәндә үҙе менән институттың тотош бейеү ансамбелен эйәртеп алып килгәйне. Тегеләр сығыш яһап бөтөү менән ағай минең ҡолаҡҡа бышылданы: “Ҡоро оҙатма, ашатып ҡайтар, улар бит студенттар, ас йөрөмәһендәр...” Күрше залда тағы ла бер ҡунаҡ өҫтәле ойоштороп ебәрергә тура килде. Ошо ябай ғына миҫал менән шуны әйтергә кәрәк, ул һәр саҡ йәштәрҙе, уларҙың белем алыуын, эштәрен, ялын, йәшәү рәүешен ҡайғыртты.

Сибай институты директоры булған осорҙа институт ысын мәғәнәһендә сәскә атты, яңы үрҙәргә күтәрелде, халыҡ-ара аренала еңеүҙәр яуланы. Йыл һайын ер аяғы ер башынан ҡунаҡтар йыйып институттың һабантуйын үткәрер ине, бар йолаларҙы, милләт матурлығын әсенә алған башҡорт һабантуйын! Килгән ҡунаҡтар институттың матди байлыҡтарын, ялтырап торған таҙа, яҡты кабинеттарҙы йөрөп күрәләр ҙә: “Бындай уҡыу йорто Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә юҡтыр!” тип һоҡланып тел шартлаталар. Ә институттың алдында теҙелгән аҡ һындар үҙе бер илаһи күр-енешкә эйә – көн һайын студенттарҙы Рами Ғарипов, Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Мөхәмәтша Буранғолов, Аҡмуллалар ҡаршы ала. Улар ҡаршы алып ҡына ҡалмай, йәш кешенең күңеленә аҡлыҡ яғылдыра, уны рухи яҡтан тәрбиәләй, милләт балаһы яһай. Ошондай күренеште тағы ла ҡайҙа күрергә мөмкин? Һис бер ерҙә лә!

Зиннур Ғөбәйҙулла улын мин етәксе, фән докторы итеп кенә түгел ябай кеше булараҡ яҡын һәм үҙ күрҙем, ул да мине ошондай уҡ тойғолар менән ҡабул итте. Сибай ҡалаһына килгәндән алып уның менән осрашып һөйләшмәгән, кәңәшләшмәгән көндәр бик һирәк булғандыр. Тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә тота ла шылтырата: “Килеп сыҡ әле, һөйләшеп алаһы бар!” “Командировкаламын бит әле...” “Алыҫтамы?” “Кис ҡайтам.” “Улайһа тура өйөмә кил!” Әңгәмә мәлендә лә ул бер ҡасан да үҙенең шәхси мәнфәғәтен ҡайғыртманы, гел кемделер ҡурсалап, ҡаланы, Урал аръяғын күҙ уңында тотоп йәшәне. Ҡарашы киң ине уның, фекер ҡеүәһе аҡһаҡалдар бейеклегендә!

Әҙәм балаһына ай ҙа ҡояш та ярамай бит инде ул, Зиннур Ғөбәйҙулла улын да өнәп еткермәүселәр булманы түгел булды, тигеҙ ерҙә аяҡ салдылар, юҡты бар итеп һөйләнеләр, иҫбат иттеләр. Бөгөлмәне ағай, имәндәй тура килеш ҡалды, һәммәһен йәшен ҡайтарғыс ише үҙенән аша үткәрә белде, ҡайҙа ла ысын ир булып ҡалды.

Һуңғы осорҙа ағай ҡапыл йөрәкһей башланы, сәбәпһеҙгә үрһәләнде, ҡайҙалыр ашыҡты. Йәнә шылтырата: “Килеп сыҡ әле, хәҙер үк!” Уның ишек алдында үҙ ҡулдары менән ҡорған гәпханаһында ултырабыҙ. Алдыбыҙҙа ҡымыҙ. Ағай ни өсөндөр борсолған һымаҡ. Бына ул көттөрөңкөрәп саҡырыу сәбәбен төшөндөрҙө: “Мин китергә булдым бит әле...” “Ошоноса матур донъяңы ҡалдырыпмы?” “Байлыҡ ни ул, бер айлыҡ инде...” “Ҡайһы тарафтарға инде?” “Мәскәүҙең үҙенә!” Һүҙһеҙ биниһая ваҡыт ултырғас былай тип һораным: “Ағай һин ысын башҡорт, туған телде, мәҙәниәтте, әҙәбиәтте, ғөмүмән алғанда тыуған тупраҡты һағынырһың бит?” “Уныһын да аңлайым... Балалар янында булғым килә, йәнә тотош донъяны йөрөп күрергә иҫәп!” “Ағай, әгәр минең фекерҙе белгегеҙ килһә мин - ҡаршы, ҡырҡа ҡаршы!” “Шулай тип әйтереңде алдан белгәйнем дә. Ярай минеңсә ҡалһын, шулай хәл иттем. Аҙаҡтан күҙ күрер...”

Мәскәүгә барғас ете төн уртаһында шылтырата ағай, видеошылтыратыу аша. Йоҡо аралаш яуап бирҙем: “Хәйерле төн, ағай, тыңлайым!” “Ниндәй төн булһын тағы?” “Һуң һеҙ Мәскәү ваҡыты менән йәшәйһегеҙ ҙә баһа!” “Эй, ҡәһәрең, онотоп ташлағанмын, ғәфү ит. Минең йәшәгән фатирҙы күргең киләме?” “Күрһәтегеҙ.” Видеоһы аша фатирын ҡарап сыҡтым: матур һәм йәмле ине, әммә Сибайҙағыһынан күпкә ҡайтыш, әллә ағайҙы юҡһынған, уның бында көн итеүен теләгән миңә генә шулай күрендеме икән...

Ағай йыраҡта йәшәһә лә Урал аръяғында берҙән-бер башҡорт гәзите булараҡ “Атайсал”ды яҡлап, ҡайғыртып йәшәне. Йыл башында уның инициативаһы менән һуғыш, тыл ветерандарына һуғыш балаларына арналған “Тере хәтер” конкурсы ойоштороп уның спонсоры булды. Конкурсҡа йомғаҡты сентабрь айында Сибайға килеп яһарға пландар ҙа ҡорғайны. Яҙмыш аяуһыҙ, ул уны үҙенсә хәл итеп тә ҡуя ҡайһы саҡ...

Элекке көн тағы шылтыратыу: “Подпискаң нисек бара?” “Ил күргәнде күрәбеҙ инде, артыҡ маҡтанырлыҡ түгел.” “Аҡса ебәрәм, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе гәзиткә яҙҙырырһың. Тағы шул, теге мин әйткән эшҡыуарға ярҙам һорап мөрәжәғәт иттеңме?” “Эйе.” “Улайһа иртәгә мин һөйләшеп ул мәсьәләне ыңғай хәл итермен...”

Кисәге көн төштән һуң һөйләшеп миңә әңгәмә һөҙөмтәһен әйтеп шылтыратырға тейеш ине. Кисәге көн. Төштән һуң... Ул шулай итеп һуңғы минуттарына саҡлы матбуғатты, телде, милләтте, халыҡты ҡайғыртып йәшәне. Ундайҙар бөгөн һирәк, һирәк кенә лә түгел, улар бармаҡ менән генә һынарлыҡтар. Әсендереп ана шул бармаҡ менән һанарлыҡтар китә. Урындары буп-буш ҡала...

Зиннур Ғөбәйҙулла улы көн һайын миңә башҡорт открыткаларын ебәрә, һәр береһендә: “Хәйерле, имен иртәләр... Көнөгөҙ ҡотло булһын... Бәхет, тыныс тормош теләйем... Матур йәшәгеҙ...” Һәр береһенә яуап бирәм, үҙемдең ҡотлауҙарҙы ла һалам, ә ул баш бармаҡ күрһәтеп хуплауын белдерә.

Кисәге иртәлә ҡотлау килмәгәйне. Был мине борсоуға һалды. Төш ауып килә ағайҙан хәбәр-хәтер юҡ. Аптырағас матур доға төшөрөлгән видеоклипты ебәрҙем. Яуап килмәне.

Кискеһен ҡот осҡос яңылыҡ хаҡында хәбәр иттеләр. Ағай ҡапыл ғына китеп барған, имәндәй тура атлап йөрөгән еренән ауып йән биргән.

                          Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,

                          Бер саҡ килер үлем – ят ҡунаҡ.

                          Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә,

                          Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ...

   Зиннур Ғөбәйҙулла улы, шул бәйгелә сабып барған арғымаҡтай йән бирҙең, бөгөлмәйенсә тура баҫып, ғорур ҡарап киттең. Йәнең йәннәттә булһын. Һеҙҙе башҡорт иле, башҡорт халҡы һис ҡасан онотмаҫ, күңел түрендә йөрөтөр!

 

                                                        

 

                                   

  

 

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков