Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
9 Июнь 2022, 08:56

Бейеүҙәр оҫтаһы

       Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ араһынан сыҡҡан тиңдәшһеҙ хореограф Йәүҙәт Бикбирҙинды тотош Башҡортостан, юҡ, улай ғына түгел, үҙен башҡортмон тип иҫәпләгән һәр кеше белә. Ҡабатлауҙан иман үҙгәрмәй, тиҙәр, йәнә өҫтәйем, уны бөгөн дә сәхнәләрҙе биҙәгән бихисап данлыҡлы бейеүҙәре үлемһеҙ итте. Шул бейеүҙәре менән ул үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡойоп ҡалдырҙы. Иртәгә, 10 июнь көнө уға етмеш йәш тулған булыр ине. Бында үкенес белдереү ур-ынһыҙ, сөнки әҙәм балаһы үҙенә тәғәйен ғүмерҙе кисерә. Ә Йәүҙәт тормошонда бейеп йәшәне, һәм әле лә киң Йыһанды гиҙеп, бер итеп бейеп йөрөй төҫлө.

Бейеүҙәр оҫтаһы
Бейеүҙәр оҫтаһы

     1986 йыл. Яңы ойошторолған “Һабыр” совхозының директоры Юнер Сәлим улы Вәл-иев мине, ауыл советы башҡарма комитеты рәйесен үҙенә саҡыртып алып йомошон ҡу-шты:

       - Беҙгә бейеүҙәр һалырға Йәүҙәт килә. Һинең бурыс – Һабыр, Ашҡаҙар, Ҡаҙырша ауылдарынан ошо сараға йәштәрҙе йәлеп итеү. Бейеүҙәр һалыусы кемдәрҙе алырға кәрәклекте үҙе яҡшы белә!

       - Кем һуң әле ул, бейеүҙәр һалыусы Йәүҙәт, тигәнегеҙ?

    Шуны ла белмәйһеңме, тигәндәй, совхоз директоры аптырап текәлде лә былай тине:

       - Әлеге мәлдә ул клубта, шунда барһаң танышырһың!

          Мәҙәниәт йортонда мине ҡаҡса буйлы, йоҡа кәүҙәле, ҡышҡы һыуыҡ булыуға ҡара-маҫтан болонья куртка, спорт шапкаһы кейгән  30-35 йәштәр самаһындағы  йәш ир ҡар-шы алды. Ҙур, матур күҙҙәре аҡыллы ҡарайҙар, ҡупшы итеп йөрөтөлгән ҡуйы мыйығы ла ас яңаҡлы йөҙгә олпатлыҡ һыҙаттары өҫтәй төҫлө.

      - Таныш булайыҡ, ошо ауыл советының етәксеһе булам, - тинем исем-шәрифемде әйтеп. - Оятыма ҡаршы һеҙҙең хаҡта белмәй инем бит әле...

      - Зарар юҡ, минең хаҡта бөтәһе лә хәбәрҙар булырға даһи түгелмен, Йәүҙәт, тиҙәр мине, Бикбирҙин.

     Ҡулдарыбыҙҙы ныҡ итеп ҡыҫып күрештек. Һөйәкле бармаҡтар ҡаты һәм шул уҡ ваҡытта йылы инеләр.

      - Миңә йәштәрҙе саҡырырға кәрәктер, ҡасанға?

      - Һис һүҙһеҙ! Бейетеп ҡарап ҡабул итеү иртәгә буласаҡ, тик үпкәләштән булмаһын “ағас аяҡлылар”ҙы шундуҡ сығарып ырғытасаҡмын!

      Тикшереп ҡарағандан һуң йыйған йәштәремдең яртыһынан күбе “ағас аяҡ” булып сыҡтылар. Аҙаҡтан бер килкеләре үпкәләп тә йөрөнөләр шикелле.

       Йәүҙәттең бейеү һалғанын бер нисә тапҡыр барып күҙәттем. Клубтың ултырғыстарын бер ситкә өйөп ҡуйғандар. Спорт костюмы, аяҡтарына кроссовкалар кейеп алған Йәүҙәт дирижерҙай ҡулдарын йәйеп ебәреп, ҡоштай талпынып, йә дала гиҙгән йүгәнһеҙ ҡонан-дай дәртле тыпырҙап түңәрәкте әйләнә шул хәрәкәтте өйрәнеү-селәренән ҡабатлата. Ҡабат-ҡабат, ҡара тирҙәр сыҡҡансы, төн уртаһы ауғанға ҡәҙәр. Өйрәткән егеттәрен эткеләп-төрткөләп ебәреүҙән дә, тоҙло-боросло һүҙҙәр ыс-ҡындырыуҙан да тартынмай. Ни хәл итмәк, эш, ә мәшәҡәтле шөғөл башҡарғанда төрлө хәлдәр булғылай, шуға хореграфтың иҫкәрмәләрен һин дә мин ҡабул итәләр, ҡаршы һүҙ әйтеүсе, мыжыусы юҡ.

      Ҡыҫҡа ғына ваҡытта ныҡ яҡынлашып, хатта дуҫлашып киттек. Миңә, эшемә килә лә ишекте туҡылдата башта, шунан башын күрһәтеп ипле генә иҫәнләшкәндән аҙаҡ рөхсәт һорай:

      - Хужа, ҡамасауламайыммы, инергә мөмкиндер?

    Әңгәмәбеҙ ҙә гел бейеүҙәр хаҡында. Бер көн ҡыҙыҡһына ҡуйҙым:

      - Йәүҙәт, әйт әле, бейеүҙәр һалыу еңелме?

      - Һорауға һорау бирәм, бына яҙған-һыҙған кешеһегеҙ, һеҙгә ижад нисегерәк бирелә?

      - Еп-еңел, ул минең күңел ҡыуанысым, яҡты донъям!

      - Бына һорауығыҙға үҙегеҙ үк яуап бирҙегеҙ.

      - Шулай ҙа әйт әле, Йәүҙәт, бына мин яҙам, һыҙам, төҙәтәм, ә бит бейеү хәрәкәттәрен ҡағыҙға төшөрөп булмай.

      - Була! Профессионал хореографтар шулай эшләйҙәр ҙә, ә мин халыҡ араһынан сыҡҡан кеше булараҡ башта ул бейеү хәрәкәттәрен төшөмдә күрәм, шунан уянып киткәс күңелемә һеңдереп ҡуям да сәхнәгә сығарам. Яп-ябай, аңлайышлы, халыҡ яратып ҡабул итерлек итеп. Беҙҙең халыҡ бит ул тәүтормош заманынан бейеп йәш-әгән, ул хаҡта мәмерйә таштарындағы һүрәттәр һөйләй. Ана шул халыҡ араһында йөрөгән бейеүҙәрҙе күҙәтеп, сәнғәт бейеклегенә күтәреп эшкәртәм дә сәхнәгә сы-ғарам, шулай итеп халыҡтыҡы мәҙәниәт өлгөһө булып кире халыҡҡа ҡайта!

       Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә күпме бейеүҙәр һалды Йәүҙәт, иҫәпләп бөткөһөҙ! Улар бөгөн дә сәхнәнән төшмәй, бөгөн дә тамашасыларҙың алҡыштарына күмелә. Яң-ыраҡ балалар “Байығы”ның йомғаҡлау концертын ҡарағанда “Игеҙәков”ты ойота баҫып, ғорур хәрәкәттәр яһап өлкән быуын вәкиле һәм үҫмер малай бейенеләр. Башҡа номерҙар менән сағыштырып үҙебеҙҙең баймаҡтар өсөн ҡыуанып торҙом, аяҡтары түгел йөрәктәре, күңелдәре бейей, һиңә әйтәйем! Ике быуын, тимәк, шөкөр, Йәүҙәттең бейеүҙәре сәхнәлә йәшәүен дауам итә, шулар менән бергә хореограф та үлемһеҙ!

       Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ араһынан сыҡҡан тиңдәшһеҙ хореограф Йәүҙәт Бикбирҙинды тотош Башҡортостан, юҡ, улай ғына түгел, үҙен башҡортмон тип иҫәпләгән һәр кеше белә. Ҡабатлауҙан иман үҙгәрмәй, тиҙәр, йәнә өҫтәйем, уны бөгөн дә сәхнәләрҙе биҙәгән бихисап данлыҡлы бейеүҙәре үл-емһеҙ итте. Шул бейеүҙәре менән ул үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡойоп ҡалдырҙы. Иртәгә, 10 июнь көнө уға етмеш йәш тулған булыр ине. Бында үкенес белдереү урын-һыҙ, сөнки әҙәм балаһы үҙенә тәғәйен ғүмерҙе кисерә. Ә Йәүҙәт тормошонда бейеп йәшәне, һәм әле лә киң Йыһанды гиҙеп, бер итеп бейеп йөрөй төҫлө.

Автор:Хайдар Тапаков