Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
20 Май 2022, 16:10

Көслө рухлы әсәйебеҙ

Көслө рухлы, һынмаҫ, бөгөлмәҫ тыл ветерандарының үткәндәре ҡәҙерле әсәйебеҙ тормошонда ла асыҡ сағыла. Уларҙың яҙмышы, оло һынау үткән һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр ваҡытарҙы киләһе быуын өйрәнергә, ҡанлы-шаңлы тарихыбыҙҙы белеп үҫергә бурыслы.

Көслө рухлы әсәйебеҙ
Көслө рухлы әсәйебеҙ

Әсәйебеҙ, Сиражетдинова Бибисара Теүәлбай ҡыҙы, Баймаҡ районы Манһыр ауылында тыуып үҫә. Атаһы, ҡартатайыбыҙ Уйылдан улы Теүәлбай Сиражетдинов Фин һуғышынан ҡайтып оҙаҡ йәшәй алмай, ҡырҡ йәшендә генә ғаиләһен ҡалдырып, был донъянан китеп бара.
Билдәле дин әһеле, халыҡ табибы, ҡартатайыбыҙҙың бер туған ағаһы Мөжәүир хәҙрәт:
«Бер бөртөгөмдө алып ҡала алманым…», тип әсенеп һөйләр булған.
Ғаиләлә өлкән бала булараҡ, бар хужалыҡ эштәрен башҡарыу, һеңлеһе менән бәләкәй ҡустыһын ҡарашыу әсәйемә төшә, уға хатта башланғыс белем алырға ла форсат булмай.

—Мөжәүир олатайым беҙҙе
ташламаны, беҙ уның ҡара-мағында ҡалдыҡ, ярҙамын то-
йоп йәшәнек,—тип һөйләр ине, Аллалай күргән ҡәҙерле олатаһы тураһында. Әсәйебеҙ, олатайымдың васыятын тотам тип, намаҙға баҫты, барыбыҙҙы лә дингә ыңғай ҡарашта тәрбиәләне, моңло тауышы менән мөнәжәттәрен көйләр ине, беҙгә еңел сүрәләрҙе ятлата ине.
Бик ҡатмарлы, еңел булмаған тормош үтергә тура килә әсәйебеҙгә. Хәйер, ул быуын кешеләренең барыһы ла ил күтәргән бөтә ауырлыҡтарҙы бергә үткәреп, үҙ иңдәрендә татығандары билдәле.
Күп кенә юғалтыуҙар ҙа кисерергә тура килә ҡәҙерлебеҙгә: тәүге тормош иптәше һуғышта ятып ҡалғас, ике бәләкәсе менән тол ҡалған йәш ҡатын бирешмәй тормошон дауам итә, фронт өсөн көндө-төнгә ялғап ауыр хеҙмәттә көс түгә. Артабанғы томошонда бер-бер артлы өс балаһын юғалтып, бала ҡайғыларын да кисерә ул.
Әсәйебеҙҙең был донъя-ларҙан иртәрәк китеүе үкенесле. Уның һөйләгәндәрен балалыҡ менән, бәлки, иғтибарға ла алмағанбыҙҙыр… Беҙ ғәзиз кешебеҙҙең үткәнен күберәк бер туған һеңлеһе, биш намаҙын ҡалдырмай дини юлда булған, оло йәшкә еткән ихтирамлы ағинәй, Хәҙисә апайыбыҙ аша ишетеп белдек. Һуғыш ваҡытында Йолалы шахтаһында тир түккән, Еңеүгә тос өлөш индергән ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙар улар!
—Ун икешәр сәғәт эшләй инек, техника юҡ кимәлдә, күберәк ҡул эше, шулай ҙа бирешмәнек. Шахтанан сығарған руданы атҡа тейәп Сибайға алып барабыҙ, ҡаҙылма байлыҡты төҫөнә ҡарап өйөмдәргә бушатабыҙ ҙа кире юлға сыға инек, тип хәтерләй ине Хәҙисә апайыбыҙ. Ҡараңғы, еүеш, ауыр шахта эшендә эшләһәләр ҙә йәшлек үҙенекен итә—улар уйын-көлкөгә лә ваҡыт таба, таҡмаҡтар сығарып, йырлап күңелдәрен бушатыр булған. Таҡмаҡтарында барыһының да уй-кисерештәре, ҡайғы-хәсрәттәре сағыла. Ауыр хеҙмәт башҡарған ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмыштарын күҙалларға була:
Шахтер килә, шахтер килә
Ҡулдарында лампаһы.
Сәғәт һигеҙ булмайынса
Күрмәй донъя яҡтыһы.
Катать иткән саҡтарымда
Төшөп ҡалды балдағым.
Бәлки рәхәт күрербеҙ,
Белеп булмай алдағын.
Катать итәм, катать итәм
Арыһам да, талһам да.
Мин бит һине үҙем һөйҙөм
Уттарыңда янһам да.
Ай юғары, ай юғары,
Ай юғары, мин түбән.
Түҙер хәлдәрем ҡалманы,
Сабырлыҡ менән түҙәм.
Әсәйебеҙ артабанғы яҙмышын, беҙҙең атайыбыҙ, утлы һуғыш юлдарын үтеп ҡайтҡан Рәхимғолов Ғәбитулла Ғәрифулла улы менән бәйләй. Улар утыҙ йылдан ашыу бергә татыу йәшәп, беҙгә, һигеҙ балаға тәрбиә һәм белем бирҙеләр. Ата-әсәйебеҙ үтә лә иркен күңелле инеләр, ҡотло өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәне. Икеһе лә бик дәртле булды, оҫта итеп халыҡ йырҙарын йырларға, бейергә лә маһир ине. Беҙ, балалары, уларҙың йыр-моңона сорналып, бәләкәй һеңлеләр ағайҙарыбыҙҙың гармун-баян тауыштарына ҡушылып йырлап-бейеп, бәхетле үҫтек. Бер-беребеҙҙе яратып, ҡурсалап, татыу үткән күңелле бала сағыбыҙ, артабанғы матур яҙмышыбыҙ өсөн ата-әсәйебеҙгә рәхмәттәр генә уҡыйбыҙ, аяттар уҡытып, доғалар ҡылабыҙ, урындары ожмахта булһын, тип теләйбеҙ. Шуныһы үтә лә үкенесле: беҙгә әсәйебеҙҙе ҡәҙерләп йәшәтергә тура килмәне, ниндәй ауыр
замандарҙы үткәреп, инде рәхәтләнеп етеш тормошто татып йәшәр саҡта беҙҙе ташлап иртә китте. Күҙ йәштәре аша иҫләйбеҙ, хәтерләйбеҙ…
Көслө рухлы, һынмаҫ, бөгөлмәҫ тыл ветерандарының үткәндәре ҡәҙерле әсәйебеҙ тормошонда ла асыҡ сағыла. Уларҙың яҙмышы, оло һынау үткән һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр ваҡытарҙы киләһе быуын өйрәнергә, ҡанлы-шаңлы тарихыбыҙҙы белеп үҫергә бурыслы.
Киләсәгебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, алдағы көндәребеҙ ышаныслы булһын!
Зөһрә Фәйзуллина.

Автор:Резеда Валиева