АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
26 Март 2022, 14:00

УҠЫТЫУСЫМА РӘХМӘТ!

2017 йылда, Әбйәлил районының Байым урта белем биреү мәктәбенең 11-се класын тамамлағандан һуң, Сибай педагогия колледжының физкультура бүлегенә уҡырға индем. БР-атҡаҙанған хеҙмәт ветераны, үҙ эшенең оҫтаһы, еңел атлетика, саңғы буйынса билдәле танылған тренер, Хәмитов Фәрит Рәхимйән улы үҙ курсына, төркөмөнә ҡабул итте.

УҠЫТЫУСЫМА РӘХМӘТ!
УҠЫТЫУСЫМА РӘХМӘТ!
2017 йылда, Әбйәлил районының Байым урта белем биреү мәктәбенең 11-се класын тамамлағандан һуң, Сибай педагогия колледжының физкультура бүлегенә уҡырға индем. БР-атҡаҙанған хеҙмәт ветераны, үҙ эшенең оҫтаһы, еңел атлетика, саңғы буйынса билдәле танылған тренер, Хәмитов Фәрит Рәхимйән улы үҙ курсына, төркөмөнә ҡабул итте.
Уҡыған саҡтарҙа бик күп фәһемле, киләсәктә бик ныҡ кәрәкле, тәрән мәғәнәле төплө белем бирҙе. Спорт буйынса нисек юғары үрҙәргә үрләү серҙәренә өйрәтте. Талапсан, етди, үрнәк алырға ысын ир-ат, иң яҡшы уҡытыусыларҙың һәм тренерҙарҙың береһе тип әйтһәм дә хата булмаҫ.
Сибай педагогия колледжының ғорурлығы, иң оло уҡытыусыларҙың береһе, ихтирамлы Фәрит Рәхимйән улын 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ап-аҡ ҡарҙарҙай бәхет, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы һәм дә иң изге теләктәрҙе генә теләйем. Уҡытып сығарған студенттары, уҡыусылары төрлө юғары уҡыу йорттарына инәләр, төрлө төбәктәрҙә үҙ юлдарын табалар. Йүгереүҙән, саңғынан өйрәткән, әҙерләгән тәрбиәләнеүселәре юғары һөҙөмтәләргә лайыҡ булалар, улар Урал аръяғының иң етеҙҙәре.
2020 йылда Сибай педагогия колледжын тамамланым, хәҙер М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның 1-се курсында белем алам. Колледжда уҡыған саҡтарҙы тик яҡшы хәтирәләр менән генә иҫкә алам. Сөнки бында абруйлы, төплө белем биргәндәй генә уҡытыусылар уҡыта. Тормош туташығыҙ менән мөхәббәт емештәрегеҙҙең мәнфәғәтен күрергә, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөргә, ауырыу- һыҙланыу кисермәйенсә, иҫән-һау, имен-аман ғына йәшәргә яҙһын һеҙгә, уҡытыусым!
Тыуған көнөгөҙ ҡотло, табынығыҙ мул, донъяғыҙ тыныс булһын. Барыһы өсөндә оло рәхмәт! Барлыҡ булған эштәрегеҙҙә тик уңыштар ғына юлдаш булһын, Алла бирһә, Әмин!
 
ИЛСЕН ШАҺЫБАЛОВ.
Автор:Резеда Валиева