АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
22 Ноябрь 2021, 11:25

ТОҒРО ДУҪЫМ

Бала саҡ—сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Ошо илдә һалынған дуҫлыҡ нигеҙе ныҡ була. Минең дә ышаныслы дуҫым бар. Беҙ уның менән бала саҡтан бергә уйнап үҫтек, бергә уҡыныҡ. Хатта исемдәребеҙ ҙә бер иш...

ТОҒРО ДУҪЫМ
ТОҒРО ДУҪЫМ

Бала саҡ—сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Ошо илдә һалынған дуҫлыҡ нигеҙе ныҡ була. Минең дә ышаныслы дуҫым бар. Беҙ уның менән бала саҡтан бергә уйнап үҫтек, бергә уҡыныҡ. Хатта исемдәребеҙ ҙә бер иш. Ул—Сирбаев Наил Хоҙайбирҙе улы.

Дуҫым Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылының 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһында уҡыны. Ҡулына диплом алғас, әрме хеҙмәтен үтәргә китеп, диңгеҙ флотында илгә булған ир-егеттәр бурысын үтәне. Армиянан ҡайтҡас, Ленин исемендәге колхозда атаһы Хоҙайбирҙе Хауарис улына ярҙамсы булып эш башланы. Унан Сибай ҡалаһына юлланды, Башҡорт шахта юл үтеү идаралығында шахтер булып эшкә урынлашты.

Сибай ҡалаһында үҙенең бәхетен осратып, ғаилә ҡорҙо, өс ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр. Матур һәм татыу ғына йәшәп ятҡанда Сирбаевтар ғаиләһенә бәлә килде. Дуҫым көтмәгәндә ҡатынын юғалтты. Наилға оло сабырлыҡ теләгем килә.

Дуҫым әлеге көндә вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Өлкән ҡыҙы Лилиә--уның төп таянысы. Юлиә медицина училищеһында белем ала, 10 йәшлек Лилиана мәктәптә уҡый. Әсә наҙынан мәхрүм ҡалған сәскәләй өс ҡыҙға һаулыҡ, түҙемлек, бәхет теләйем. Атайығыҙға--кәрәк һәм терәк, ә ул һеҙгә ныҡлы таяныс булып тормош юлын матур үтергә яҙһын!

Бирешмә, дуҫым!

Наил Буранбаев.

Автор:Резеда Валиева