Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
16 Сентябрь 2021, 19:00

Тик көслөләр генә шулай зар илатып китә...

Былтыр көҙ башҡорт сәнғәте бер-бер артлы талантлы, моңло, йәш артистарын юғалтты, әммә тамашасылар күңелендә улар һәр саҡ хәтерҙә. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры ла бынамын тигән сәхнә арыҫландары булған Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марс Итбаев һәм Арсен Шәйхисламовһыҙ етемһерәп ҡалды.

Тик көслөләр генә шулай зар илатып китә...
Тик көслөләр генә шулай зар илатып китә...

Сибай театрында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Итбаевтың ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте. Актерҙы иҫкә алырға яҡындары, туғандары, курсташтары һәм тамашасылары йыйылды. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артистары Алмас Әмиров, Фәим Әхмәтйәнов, Светлана Хәкимова, Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар, Фәрүәз Урманшин да булды. Ә бит артистың алтын юбилейы айҡанлы ижад кисәһе булырға тейеш ине.

Марс Итбаев Ейәнсура районының Бикбау ауылында тыуып-үҫкән,өс йәштәр булғанда, ғаиләһе Өфөгә күскән. Өфөнең 20-се башҡорт мәктәбендә белем алған.

Бала саҡтан сәнғәт һәм мәҙәниәт уға яҡын була. Атаһы Башҡортостандың атҡаҙан артисы Салауат Итбаевтың “Артист һөнәре еңел түгел,улым. Һайлағанһың икән, ғүмерең буйы сәхнәгә хыянат итмәҫлек булһын”-тигән кәңәшен һәр саҡ күңелендә йөрөтә. 1991 йылда сәнғәт институтын тамамлап, Сибай театрына эшкә килә һәм, һөнәренә, тамашасыларына, театрына, сәнғәткә бер ваҡытта ла хыянат итмәй.

Нисек кенә булмаһын, таланттар арабыҙҙан иртәрәк китә. Шуғалыр ҙа тап улар үҙҙәренең сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдары менән күңелдәрҙә мәңге хәтерҙә ҡала, өҙөлгән моңдары ғүмер буйы беҙҙе оҙата бара, йырҙары күңелдәребеҙҙе имләй.

Үҙенең гүзәлдәрҙең гүзәл ҡатыны Гүзәлде лә Марс Итбаев Сибай театрында осрата. Йәш ғаилә йәм өҫтәп улдары Алмас тыуа. Әйткәндәй Алмас бәләкәй сағында атаһы менән бергә спектаклдәрҙә уйнай. Ул әле эске эштәр органдарында эшләй. Өйләнгән.

Быйыл йәй артистың килене Дильназ Нәркәс исемле ҡыҙ тапты. Һөйөп өлгөрмәне шул бәпесте, шуныһы бик йәл.

 

Тик көслөләр генә шулай зар илатып китә...
Тик көслөләр генә шулай зар илатып китә...
Автор:Гульдар Кадаева