Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
23 Апрель 2021, 15:47

«Еңеү бүләге—«Атайсал»

“Атайсал” гәзите редакцияһы яҡынлашып килгән Еңеү көнө уңайынан иғлан иткән «Еңеү бүләге—«Атайсал» акцияһы дауам итә. “Атайсал” менән бергә ҡалыу мөмкинлеген булдырыу маҡсатында иғлан ителгән был акцияға ҡушылып, тарихта үҙегеҙҙең эҙҙе ҡалдыра алаһығыҙ!Сибай ҡалаһында йәшәүсе ветеран Ғәлиә Сөләймәноваға шәхсән барып “Атайсал”гәзитенә подписка тапшырыусы шәхси эшҡыуар, Сибай ҡала Советы депутаты Әхәт Әхмәт улы Аҫылбаев Сибай һәм Баймаҡ ветерандарына биш гәзит яҙҙырҙы.Тулыраҡ сайтта:

«Еңеү бүләге—«Атайсал»
“Атайсал” гәзите редакцияһы яҡынлашып килгән Еңеү көнө уңайынан иғлан иткән «Еңеү бүләге—«Атайсал» акцияһы дауам итә. “Атайсал” менән бергә ҡалыу мөмкинлеген булдырыу маҡсатында иғлан ителгән был акцияға ҡушылып, тарихта үҙегеҙҙең эҙҙе ҡалдыра алаһығыҙ!
Сибай ҡалаһында йәшәүсе ветеран Ғәлиә Сөләймәноваға шәхсән барып “Атайсал”гәзитенә подписка тапшырыусы шәхси эшҡыуар, Сибай ҡала Советы депутаты Әхәт Әхмәт улы Аҫылбаев Сибай һәм Баймаҡ ветерандарына биш гәзит яҙҙырҙы.
- Ветерандарыбыҙға дәүләт етәкселәре тарафынан ярайһы ярҙам күрһәтелһә лә, улар беҙҙең иғтибарға мохтаж. Өлкән йәштәге апай-ағайҙар интернет селтәрендә ултырмай, гәзит-журналдар уҡырға ярата. Шуға күрә акцияға ихлас ҡушылам. “Атайсал” гәзитен рәхәтләнеп уҡыһындар, төбәк яңылыҡтары менән танышһындар, артабан да гәзит менән дуҫ булып ҡалһындар.