Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
9 Март 2021, 18:00

Йөҙҙәрендә—нур, йорттарында ҡот уйнай

Матур ғаилә—ил ҡото, тип тә юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында йәшәүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары Мәһәҙи Ғәбделрәсүл улы һәм Йәнбикә Зәкир ҡыҙы Ярҡынбаевтар менән яҡындан танышҡас, әлеге әйтемдең ни тиклем хаҡ әйтелгәнен йәнә бер ҡат аңланыҡ. Бындай күркәм ғаиләләр үҙҙәре йәшәгән төбәктең генә түгел, тотош донъяның биҙәге шул!

Матур ғаилә—ил ҡото, тип тә юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында йәшәүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары Мәһәҙи Ғәбделрәсүл улы һәм Йәнбикә Зәкир ҡыҙы Ярҡынбаевтар менән яҡындан танышҡас, әлеге әйтемдең ни тиклем хаҡ әйтелгәнен йәнә бер ҡат аңланыҡ. Бындай күркәм ғаиләләр үҙҙәре йәшәгән төбәктең генә түгел, тотош донъяның биҙәге шул!
Мәһәҙи ағай менән Йәнбикә апайҙың ҡупшы йорто алыҫтан күренеп, үҙенә саҡырып тора. Гөл-сәскәгә күмелгән өйҙәрендә лә бөхтәлек, күҙгә күренмәҫ йылылыҡ бөркөлә. Әкиәт, легенда, әҙәби әҫәрҙәрҙә саф һөйөүҙе ҡәҙерләй, һаҡлай белеүсе геройҙар исемен йөрөткән мөхәббәтле парға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Дәртлеләр, тырыштар, көләстәр, ихластар. Бер-береһен тулыландырып, аңлап, ҡәҙерләп тиң-татыу йәшәүҙәренә теүәл 47 йыл да булып киткән икән.
Ғаилә башлығы Мәһәҙи ағай Юлдыбай махсус техник училищеһын тамамлағандан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, шофер булып эшләгән. Тырыш хужабикә Йәнбикә апай совхозда төрлө эштәрҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Пенсиялабыҙ тип ҡул ҡаушырып ултырмай улар. Кәртә тултырып мал аҫрайҙар, емеш-еләк, йәшелсә лә үҫтерәләр. Йәнбикә апай ауылдың “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары менән бергә күрше ауылдарға йөрөп концерт ҡуя, фольклор байрамдарында ҡатнаша. Ике йыл элек дин юлына баҫҡан, биш намаҙҙы ла ҡалдырмай, мәсеткә йөрөй, ураҙа тота, дини байрамдар үткәреүҙә ярҙам күрһәтә.
—Донъя булғас төрлө хәлдәр була. Матур йәшәйем тиһәң, бер-береңде хөрмәт итергә, аңлай белергә кәрәк. Беҙҙең быуын йәштәргә һүҙ менән генә түгел, үҙ өлгөһөндә тәрбиә бирергә тейеш. Һәр бала үҙ йортонда күреп үҫкәнде тормошонда ҡуллана. Балаларҙың тормошо уңыуын теләһәк, үҙебеҙгә матур йәшәргә кәрәк,—тип татыулыҡ серен дә әйтеп бирҙе Йәнбикә апай.
Ярҡынбаевтар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән ҡыҙҙары Гөлйыһан—Өфөлә, Илүзә—Сиҙәм ауылында, Наил—Ҡырмыҫҡалыла, Рәил Аҡъярҙа йәшәй. Кесе улдары Нәзир Сорғот ҡалаһында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Бәхетле олатай менән өләсәй 10 ейән-ейәнсәрен, бер бүләсәләрен һөйөп, уларҙың һәр уңышына ҡыуанып ғүмер кисерә.