Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
10 Февраль 2021, 18:00

Ярты быуат бергә

Йылайыр районының Воскресенка ауылында йәшәүсе Дәуләткилде Ҡотлоғужа улы һәм Әминә Ғиниәт ҡыҙы Рәмовтар алтын юбилейҙарын билдәләне.Рәмовтар матур хеҙмәт юлы үткән өлгөлө ғаилә пары. Дәүләткилде Рәмов “Юлдыбай” совхозына ғүмере буйы намыҫлы хеҙмәт итеп хаклы ялға сыҡҡан. Әминә Рәмова хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булған. Балаларын да үҙҙәре өлгөһөндә тәрбиләп үҙҙалы тормош юлына баҫтырғандар. Донъяның бөтә сағыу буяуҙарына сумып, йәмғиәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашып йәшәй улар. “Изгелегең менән уртаҡлаш - изгелек ҡылыу шәп кәйеф бүләк итә”,-- Рәмовтарҙың тормош девизы.

Йылайыр районының Воскресенка ауылында йәшәүсе Дәуләткилде Ҡотлоғужа улы һәм Әминә Ғиниәт ҡыҙы Рәмовтар алтын юбилейҙарын билдәләне.
Рәмовтар матур хеҙмәт юлы үткән өлгөлө ғаилә пары. Дәүләткилде Рәмов “Юлдыбай” совхозына ғүмере буйы намыҫлы хеҙмәт итеп хаклы ялға сыҡҡан. Әминә Рәмова хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булған. Балаларын да үҙҙәре өлгөһөндә тәрбиләп үҙҙалы тормош юлына баҫтырғандар. Донъяның бөтә сағыу буяуҙарына сумып, йәмғиәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашып йәшәй улар. “Изгелегең менән уртаҡлаш - изгелек ҡылыу шәп кәйеф бүләк итә”,-- Рәмовтарҙың тормош девизы.