Рәмовтар матур хеҙмәт юлы үткән өлгөлө ғаилә пары. Дәүләткилде Рәмов “Юлдыбай” совхозына ғүмере буйы намыҫлы хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан. Әминә Рәмова ла хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булған. Балаларын да үҙҙәре өлгөһөндә тәрбиәләп үҙҙалы тормош юлына баҫтырғандар. Донъяның бөтә сағыу буяуҙарына сумып, йәмғиәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашып йәшәй улар. “Изгелегең менән уртаҡлаш -- изгелек ҡылыу шәп кәйеф бүләк итә”,-- Рәмовтарҙың тормош девизы.