Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
28 Ғинуар 2021, 12:35

Күршеләремә һоҡланам

…Беҙҙең подъезда бер этаж өҫтә өлкән пар йәшәй. Йома көндө бабай беҙҙең ишекте шаҡыны ла ҙур ғына гөлләмә ҡалдырҙы. Был беренсе тапҡыр эшләнмәй. Йыл һайын ошо ваҡытта ул беҙгә гөлләмәһен йәшереп торор өсөн индерә. Сюрпризын (сәскәһен) кис ҡалдыра, ә иртәнсәк туй көнө менән әбейен ҡотлар өсөн гөлләмәне килеп алып китә.Бабай үҙе беҙгә мәшәҡәт һалам тип уйлай. Уңайһыҙлана, ғәфү үтенә, гөлләмәһен бер төнгә ҡалдырған өсөн беҙгә тәмлекәстәр бирә.Был күршеләремә һоҡланып туя алмайым. Оло йәшкә еткәнсе бер-береһенә һөйөүҙәрен, ихтирамдарын юғалтмағандар. Был өйҙә әлеге пар йәшәгән өсөн генә лә ошо фатирымдан күсенеп бер ҡайҙа ла китмәҫкә ризамын

“…Беҙҙең подъезда бер этаж өҫтә өлкән пар йәшәй. Йома көндө бабай беҙҙең ишекте шаҡыны ла ҙур ғына гөлләмә ҡалдырҙы. Был беренсе тапҡыр эшләнмәй. Йыл һайын ошо ваҡытта ул беҙгә гөлләмәһен йәшереп торор өсөн индерә. Сюрпризын (сәскәһен) кис ҡалдыра, ә иртәнсәк туй көнө менән әбейен ҡотлар өсөн гөлләмәне килеп алып китә.
Бабай үҙе беҙгә мәшәҡәт һалам тип уйлай. Уңайһыҙлана, ғәфү үтенә, гөлләмәһен бер төнгә ҡалдырған өсөн беҙгә тәмлекәстәр бирә.
Был күршеләремә һоҡланып туя алмайым. Оло йәшкә еткәнсе бер-береһенә һөйөүҙәрен, ихтирамдарын юғалтмағандар. Был өйҙә әлеге пар йәшәгән өсөн генә лә ошо фатирымдан күсенеп бер ҡайҙа ла китмәҫкә ризамын…”
Бына ошолайтып яҙған Сибайҙа йәшәүсе берәү “Подслушано Сибай” төркөмөнә (исем-шәрифе билдәһеҙ).
Һоҡланғыс күренеш… Бөтә парҙар ҙа шулай тиң-татыу, һөйөү-ихтирам солғанышында ғына йәшәһә ине…