Яңы йыл байрамы етһә, гөрләп торған мәктәп йылдары, һабаҡташтар, уҡытыусылар иҫкә килә лә төшә. Күңелле ине беҙгә. Әле мәктәпте тамамлауға байтаҡ йылдар үтһә лә үҙ-ара бәйләнеште юғалтмайбыҙ. Төрлөбөҙ төрлө тарафта йәшәүгә ҡарамаҫтан, интернет селтәре аша тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Күптән түгел генә уҡытыусыларыбыҙҙы, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, моңһоуланып та, көлөшөп тә алдыҡ.
Һабаҡташтарым әлеге көндә тормошта үҙ урындарын табып, юғары белем алып, эштәрендә маҡтаулы белгес булып, өлгөлө ғаиләләр ҡороп йәшәй. Бында һис шикһеҙ уҡытыусыларыбыҙҙың өлөшө ҙур. Улар беҙҙе маҡсатҡа ынтылыусан, әүҙем, берҙәм итеп тәрбиәләне. Мәктәп йылдарында уҡ татыу булдыҡ, бер саранан да ситтә ҡалманыҡ, еңеүҙәр яуланыҡ.
Беҙҙең мәктәп Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында урынлашҡан. Төпкөлдә булыуына ҡарамаҫтан, коллективҡа шул тиклем көслө, белемле, өлгөлө, дәртле уҡытыусылар тупланған ине. Бөгөн уларҙың һәр береһе хаҡында йылы һүҙҙәр әйтке килә. Ауылдың иң абруйлы кешеһе, ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы, бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған М.С.Ғайсина беҙгә башланғыс белем бирҙе. Унан З.С.Тимербулатова ҡулына күстек. Класс етәксебеҙ бар яҡтан да килгән ине. Ул беҙгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Шиғыр яҙырға ла, музыка ҡоралдарында уйнарға ла өйрәтте, драма түңәрәгендә лә шөғөлләнергә дәртләндерҙе. Үҙе лә бала ише саф хисле ине. Беҙҙең һәр ҡыуанысыбыҙға ихлас ҡыуана белде. Рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса биргән белемдәрен әле лә ҡулланабыҙ. Зөлфиә апайыбыҙҙың кәңәш-тәре әле лә беҙҙе тормошта оҙатып йөрөй, ярҙам итә. Хеҙмәт уҡытыусыбыҙ Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы оҫталығы хаҡында китап яҙһаң да аҙ булыр. Эшләй белмәгән эше, бешерә белмәгән ризығы юҡтыр! Талапсан, тура һүҙле, креатив булды ул. Ә иң ауыр фәндәрҙән һаналған алгебра һәм геометриянан уҡытҡан уҡытыусыбыҙ Д.Һ.Урманова һомғол буйы, төплө белеме, принципаль характеры менән иҫтә ҡалған. Маҡсатҡа ҡыйыу аҙымдар менән атларға, залам талаптарына яраҡлашырға өйрәткән, беҙҙең менән бер тулҡында йөҙгән инглиз теле уҡытыусыһы Н.Н.Юнысованың иделяры урғылып торҙо. Үҙе голливуд йондоҙолай сибәр ҙә ине. География һәм биологиянан уҡытҡан Р.Я.Сәлихов тәрән белеме, эрудицияһы менән айы-рылып торҙо. Уҡыусылар уны бик ныҡ яратты. Донъя картаһы буйлап “ҡыуалауы” беҙгә аҙаҡ ныҡ ярҙам итте. Йәш белгес, иң обьектив уҡытыусыбыҙ—химия уҡытыусыһы А.А.Шәйәхмәтова булһа, сәйәсәтте иҫ киткес яратҡан, дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп ойошторған, үҙе лә мәҙәк һәм шул уҡ ваҡытта бик уҡымышлы остазыбыҙ—тарих уҡытыусыһы Рәмил Юлай улы ине. Мәктәп коридоры осонда күренгәс тә тәнәфестә мәж килеп йөрөгән уҡыусыларҙы бер ҡараш менән ҡапыл тынысландырыу һәләтенә эйә булған, бик етди, абруйлы, тура һүҙле иң көслө уҡытыусыбыҙ Гәрәй Дәүләт улын “Человек Легенда” тип юҡһынып иҫкә алабыҙ. Сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең аранан китеп барҙы, әммә беҙ, йөҙәрләгән уҡыусылары, уны бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ...
Шулай уҡ М.Й.Сөләймәнова--иң йыуаш һәм көр тауышлы, Р.М.Тимербулатов—иң талапсан һәм ғәҙел, К.Д.Иҫәндәүләтов—иң оҫта ҡуллы, Р.С.Атанова—иң пунктуаль һәм етди, И.М.Йосопов иң тырыш һәм көләс йөҙлө уҡытыусы булараҡ ҡылыҡһырлана. Улар барыһы ла беҙҙең алдағы яҙмышыбыҙға яҡшы тәьҫир итеүсе уҡытыусыларыбыҙ. Барыһына ла намыҫлы хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм Яңы йыл менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә 2021 йыл тик ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныс тормош һәм ғаилә именлеге алып килеүен теләйбеҙ!