АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
2 Ғинуар 2021, 15:00

Ҡыш бабай утынын ярған

--Һеҙ мине ауырыу йоға тип Сибайҙың ҙур шыршыһына ла алып барманығыҙ. Минең байрам күргем килгәнде ҡайҙан белгәндер, Ҡыш бабай үҙе килде лә инде! Хатта тышта ярылмай ятҡан эре утындарым бар ине, шуларҙы ярып, соланыма ташып та китте! Вәт исмаһам, Ҡыш бабай!—тип ҡыуана ғына.Бына шундай мөғжизә булған ауылда. Билдәһеҙ Ҡыш бабайға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Балаларҙы ғына түгел ололарҙы ла йыл да ҡыуандырып тор, Ҡыш бабай!

Баймаҡ районының Моҡас ауылында йәшәүсе әсәйем Ғилминиса Дәминдәр ҡыҙы Иҙрисова Һыйыр йылында тыуған. Уға быйыл мартта 84 йәш туласаҡ. Яңы йыл менән ҡотларға барһам, әсәйем атҡа менгәндәй ҡыуанған: уға ысын Ҡыш бабай килеп киткән! Килеп ҡотлап ҡына китмәгән, ике пакет күстәнәс алып килгән. Береһе тулы йылы ойоҡтар, һауыт-һаба һәм башҡа кәрәк-яраҡ булһа, икенсеһендә--ашамлыҡтар. Ҡыш бабайҙың был бүләгенә оло кешенең балалар кеүек ҡыуанғанын күрһәгеҙ!
--Һеҙ мине ауырыу йоға тип Сибайҙың ҙур шыршыһына ла алып барманығыҙ. Минең байрам күргем килгәнде ҡайҙан белгәндер, Ҡыш бабай үҙе килде лә инде! Хатта тышта ярылмай ятҡан эре утындарым бар ине, шуларҙы ярып, соланыма ташып та китте! Вәт исмаһам, Ҡыш бабай!—тип ҡыуана ғына.
Бына шундай мөғжизә булған ауылда. Билдәһеҙ Ҡыш бабайға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Балаларҙы ғына түгел ололарҙы ла йыл да ҡыуандырып тор, Ҡыш бабай!
Читайте нас: