Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
1 Август 2020, 17:00

Беҙгә үрнәк һәм терәк!

Оло өләсәйем күпте күргән, күпте кисергән, аслыҡ-яланғаслыҡты ла үҙ башынан үткәргән. Төрлө ауырлыҡтарға бирешмәй матур йәшәгән һәм әле ул, 93 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йүгереп йөрөй...

Минең оло өләсәйем, Муллағәлләмова Фәхерниса Ҡотлоғужа ҡыҙы, изге, оло йөрәкле тыл һәм хеҙмәт ветераны. Ул 1927 йылдың 10 мартында Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылында донъяға килгән. Бала саҡтан теремек, эшсән була, ҙурая төшкәс, үгеҙ егеп ер һөрә, төрлө ауыр эштәрҙә йөрөй. 1947 йылда Баймаҡ ҡалаһында торфта эшләй, 1950 йылда тыуған ауылына ҡайта, колхозда «кәшәүәр» була. Артабан оло өләсәйем тырышып колхозда быҙау ҡараусы булып эшләй, төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Алдынғылыҡты бирмәй, намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн уны Мәскәү ҡалаһына саҡырып наградалар менән бүләкләйҙәр.
Оло өләсәйем күпте күргән, күпте кисергән, аслыҡ-яланғаслыҡты ла үҙ башынан үткәргән. Төрлө ауырлыҡтарға бирешмәй матур йәшәгән һәм әле ул, 93 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йүгереп йөрөй. Фәхерниса өләсәйебеҙҙең күкрәген Ленин ордены, Еңеүҙең юбилей мииҙалдары биҙәй.
Оло өләсәйебеҙ олатайыбыҙ Төхвәтуллин Ғүмәр менән 3 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Оло ҡыҙы Фирҙәүес Йылайыр районында йәшәй, уртансы ҡыҙы Фирая мәрхүмә, кесеһе минең өләсәйем-Мәғәтифә.
Беҙ, уның бүләләре Ислам, Рәфис, Ғәзим, уны яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Ул беҙҙе аҡыллы кәңәштәре менән, тик яҡшы юлдан ғына барырға өйрәтә. Хәҙерге көндә Мәғәтифә өләсәйем менән бергә йәшәй. Бына шулай, ике өләсәйле булып, бәхетле бала саҡ кисерәбеҙ. Ҡәҙерлеләребеҙгә тик изге теләктәр генә теләп ҡалабыҙ.
Рәфис Вәхитов,
Баймаҡ районы
Муллаҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы.