Үҙәк һайлау комиссияһы сайты мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса 629 меңдән ашыу кеше мобиль ҡушымтанан тауыш биреү өсөн ғариза яҙған. Ғаризалар дәүләт хеҙмәте порталы аша бирелгән. Дәүләттең төп документына тауыш биреү әһәмиәте тураһында һайлаусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса “Граждандар контроле” ассоциацияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Валех Аббасовтың фекере менән уртаҡлашты:
-Илдә тотороҡлолоҡ булған осраҡта ғына иҡтисади көрсөктө ул тиклем ауырлыҡтар кисермәй генә еңеп сығасаҡбыҙ, - тигән фекерҙә ул. - Заманында беҙгә үҙ аллы йәшәү өсөн Советтар Союзын тарҡатырға кәрәк, тинеләр. Ошо кәңәште биргән европалылар үҙҙәре берләшеп, Евросоюз барлыҡҡа килтерҙе. Ни өсөн улар СССР-ҙа тарҡалыуға этәрҙе, шул уҡ ваҡытта үҙҙәре берләште. Был турала уйланырға урын бар. Ҡайһы бер иҡтисадсылар фекеренсә, иҡтисадтың уңышлы үҫеше өсөн кәм тигәндә 300 миллион ҡулланыусы кәрәк. Ҡулланыусылар һаны әлеге күрһәткестән күберәк булған АҠШ барыһына ла миҫал булып тора. Улар үҙ-үҙен етеш тормош менән тәьмин итә. СССР-ҙа ла яҡынса 300 миллион кеше йәшәне һәм яҡшы тормош өсөн барыһы ла булды.Үҙ илебеҙҙең, үҙ халҡыңдың мәнфәғәттәренә таянып йәшәргә кәрәк!